Сетевая библиотекаСетевая библиотека

М.Кәрим Салауат трагедия

Дата публикации: 07.05.2018
Тип: Текстовые документы DOC
Размер: 308 Кбайт
Идентификатор документа: -115021095_465395673
Файлы этого типа можно открыть с помощью программы:
Microsoft Word из пакета Microsoft Office
Для скачивания файла Вам необходимо подтвердить, что Вы не робот


Не то что нужно?


Вернуться к поиску
Салауат Трагедия Өн аралаш ете төш Ҡатнашалар: Салауат Гөлнәзирә Ану Пугачев Екатерина батшабикә Язалаусы Ҡәнзәфәр Усаев Юлай Аҙналин Уҡап Байназар Илеш Петр Мария Иван Федулов Есаул Казак Иҫәүән казак Беренсе һаҡсы Икенсе һаҡсы Матс Баиш Шағир Атамандар,казактар,башҡорт яугирҙары,ирҙәр,ҡатындар... Пролог Сәхнә алдына Шағир сыға.Ул йәш һәм ярһыу. Ут бары тик уға ғына төшә Шағир Мин Шағир.Минең йөрәгем Ҡайнап торған ҡаҙан. Урғыла мең йыллыҡ өмөт Һәм мең йыллыҡ аҙап Сәселә унан йыһанға Шатлыҡ осҡондары, Һәм ултырып ҡала төпкә Ҡайғы юшҡындары. Мин шағир.Ерем бар.Ерҙә- Йөйҙәр яралар... Шул ерҙә дан усаҡтары Дөрләп яналар. Халҡым бар.Тарих ҡырынан Үтмәҫ,ҡамғаҡ төҫлө. Кескәй ул.Тик тығыҙ сырмалған Ҡаты йомғаҡ төҫлө. Мең йыл буйы үҙен үҙе Сырмаған шулай, Һәм тигеҙ генә һүтелергә Самаһы юҡ,буғай... ...Был фәжиғә ике йөҙ йыл осҡан Уҡ хаҡында булыр. ................................................................................................................................. Ике быуат монарҙары аша Төш ҡатыш өн күрәм, Хәтәр яуға өнөмдә мин керәм, Толпарым,өрөкмә!.. Толпарым!Һине үтә хәүефле Юлдан үткәрәмен. Шул шөһрәт,шул язаларҙы Сөнки Мин дә күтәрәмен... Өрөкмә толпарым! Өрөкмә! Шағир юғала.Ут тоҡана. Өн Асыҡ дала.Ҡалҡыулыҡ,Юл саты.Юл икегә ярылған ерҙә ҙур һоро таш ята.Таш өҫтөндә Язалаусы баҫып тора,Уның эргәһендә ерҙә Баиш тархан. Баиш Таш өҫтөндә,ахры,бөркөт табышын талағандыр.Баш һөйәге ҡалған кейектең.Мәрәкә.Ҡош та үҙ ҡорбанын бейек ерҙә тороп өҙгәләй. Язалаусы (кейектең баш һөйәген итек башы менән тибеп төшөрә).Ҡурҡа.Шуның өсөн ҡалҡыу урын һайлай.Аулаҡ ерҙә шомло,хәүефле. Мин –язалаусы-быны яҡшы беләм... Баиш Мәрәкә. Язалаусы Хөкөм- яза өсөн урын бейек кәрәк.Иисусты ла тау башына мендереп,тәрегә киргәндәр...Батша тәхете ана ниндәй бейек.О,хәкимәм!(аяҡ осона күтәрелеп алыҫҡа ҡарай) Баиш Кемгә шулай өндәшәһең хужам? Язалаусы Тупраҡ менән күкте тоташтырған затҡа.О хәкимәм! Баиш О хәкимәм! Язалаусы Әсәйебеҙ батша!Фетнә баҫтырылды.Хәҙер инде мин һинең әле биреп өлгөрмәгән,әммә мотлаҡ биреләсәк әмереңде башҡарам,Фатихаңда бул! Баиш Фатихаңда бул! Язалаусы Фатихаңда бул.Башҡортто мәсхәрә итәм мин:уның тәкәбберлеген,уның сая рухын аяҡ аҫтына һалып тапайым.Бына шулай,бына шулай!(тапана) Баиш Бына шулай...(тапанала шып туҡтай) Язалаусы (алыҫҡа мөрәжәғәт итә). Нисек тиһеңме? Мин башҡорттоң шағирына,батырына,юлбашсыһына,көл-күмергә тороп ҡалған ере буйлап ауылдан ауылға,ырыуҙан ырыуға,юлдан юлға йөрөтөп,халыҡтың үҙ ҡулы менән ҡамсы һуҡтырам.Күп һуҡтырам.Туҡмалған шағир бер мәсхәрә кисерһә, үҙ ҡулы менән туҡмаған халыҡ мең мәсхәрә кисерәсәк.Мең мәсхәрә!(суҡ бармағын күккә сәнсеп.) Баиш Салауаттың мин хас дошманы,хужам.Ике ырыу мәңге ҡан талаша.Өҫтәүенә,улым Илеште сихыры менән юлдан яҙҙырҙы ул Салауат.Ә шулай ҙа... Язалаусы “Шулай ҙа”ңды әйтеп бөтөр,тархан. Баиш Шулайҙа үҙ батырына ҡамсы һуҡмаҫ халыҡ. Мин беләм уны. Мин дә башҡорт... Язалаусы Башҡорт түгел,сыбыртҡы һин,ҡамсы...(баштан-аяҡ уның затлы кейемен ҡарап сыға.) Көмөш биҙәк менән биҙәкләнгән матур һаплы ҡайыш сыбыртҡы һин.Минең сыбыртҡым. Баиш (бөршәйеп ҡала) Үтә кәметәһең мине,хужам.Ни тиһәң дә,мин бит,ыһым,Баиш тархан. Язалаусы Ҡалай нескә күңелеһең икән!Дөрөҫлөктән ниңә кәмһенергә?Уға ҡалһа-мин дә сыбыртҡы.Батша сыбыртҡыһы.Оҙон һаплы оҙон сыбыртҡы мин.Йөҙ саҡрымға барып етә осом. Баиш Мин д сонтоҡ түгел. Башҡорт ере ҙур бит.Уны ҡораҡлар өсөн арҡан да оҙон кәрәк...Ҡороҡлармын,ыһым ,яҙған булһа.Иншалла! Оҙон тынлыҡ Язалаусы Ниндәй тынлыҡ. Илау һыҡтау тауышы ишетелмәй ниңә?Ниңә ишетелмәй? Баиш Әлегә иламайҙар. Язалаусы Иларҙар.Нисегерәк иларҙар әле! Баиш Илрҙар. Саҡ ҡына ишетелгән күмәк аяҡ тауышары,сыбыртҡы,ҡамсы,сыбыҡ шыйлауы яҡынлаша. Язалаусы Ана киләләр.Туҡмай-туҡмай киләләр.Бая әйткән тамашаны күрсе,о хәкимәм!Һин бит күңелең менән донья байҡайһың(килеүселәгә)Ҡамсыларҙы киңерәк,киңерәк һелтәгеҙ!Ана шулай.Шулай!Шулай!!Ниндәй күндәм ҡолдар.Ошомо инде беҙҙе дер һелкеткән тоҡом?!Ошомо?Ҡарарға ерәнес... Баиш Ысынлап та ниндәй,мөғжизә был?Туҡмайҙа!Салауатты туҡмайҙар!!Тимк халыҡ инде арҡаланған.Арҡан осо хәҙер беҙҙең ҡулда.(ике ҡуллап арҡан тотҡандай итә) Мин ҡулға ҡапҡас,ысҡынмаҫ!! Ике һалдат һағы аҫтында сәхнә уртаһына бер төркөм халыҡ яҡынлаша.Улар Саллауатты уратып алғандар,Ул уртала килә.Һәр кем йән асыуы менән үҙенә йә ҡамсы,йә сыбыҡ һуға.Ҡайһы берәүҙәр бау таяҡ һелтәй,Төркөм туҡтай,туҡмалыу дауам итә.Салауаттҡа берәүҙә ҡағылмай.Язалаусы шаҡ ҡата.Ул бер аҙҙан ғына телгә килә.Таштан һикереп төшә. Язалаусы Ҡарағайҙар!Был ни эш? Ниңә туҡмайһығыҙ үҙегеҙҙе? Ниңә туҡмайһығыҙ?! Беренсе кеше Беҙгә шул таман!Шул таман беҙгәә!!(әсенеп үҙенә һуға) Язалаусы Туҡма,туҡма... Икенсе кеше Туҡмайбыҙ.Һеҙҙе ҡырып бөтөрә алмауыбыҙ хурлығынан туҡмайбыҙ!(үҙенә һуға) Өсөнсө кеше Еңелеүебеҙ оятынан туҡмайбыҙ!(үҙенә һуға) Дүртенсе кеше Ҡуйыныбыҙҙа ҡара йыландар аҫырағанбыҙ,шул хурлыҡтан...Шур хурлыҡтан туҡмайбыҙ(Баишҡа һелтәй,әммә үҙенә һуға). Икенсе кеше Ҡанмаған үсебеҙ һыуынмаһын өсөн-туҡмайбыҙ!(үҙенә һуға) Өсөнсө кеше Нәфрәтебеҙ һүнмәһен өсөн-туҡмайбыҙ... Беренсе кеше Үҙебеҙҙе үҙебеҙ туҡмайбыҙ Язалаусы(һаҡсыға)ю Ә һеҙ,күҙле бүкәндәр,ним ҡарайһығыҙ? Беренсе һаҡсы Ниңә ҡайһыһы туҡмалһала,барыбер түгел мени? Икесе һаҡсы Беҙ түгел дә улар туҡмала! Язалаусы Асылында дөрөҫ.Барыбер. Халыҡты ҡулы менән икегә айырып,Салауат сыға.Ул урта буйлы,Матур,Йонсоу һәм хәсрәт уның йөҙөндә ниндәйҙер илаһи бер төҫ,бер нур өҫтәлгән.Язалаусы уның ҡарашыһында һис шикһеҙҙән артҡа сигенә. Салауат Ҡан ҡәрҙәштәр,тоғро юлдаштарым, Яуҙаштарым,етер.Етерегеҙ! Һеҙҙән алда ҡылыс мин күтәрҙем. Һеҙҙән өҫтөн уны мин һелтәнем. Язаһын да бары бер мин генә Күтрергә тейеш.Йырым менән. Сәсән һүҙем менән хәтәр яуға, Фәжиғәле яуға,изге яуға Һеҙҙе мин күтәрҙем,Язаһын да Бер мин генә күтәрергә тейеш... Йәшел дала,урман,тауҙарымды Мәжнүн булып һөйҙөм.Нимә күрәм Хәҙер?Ут үртәгән барын.Яна! Ҡара төтөн,һоро көлдәр оса... Мин халҡымды һөйҙөм-ихлас,керһеҙ- Дан да ,мал да өмөт итмәйенсә. Нимә күрәм?Ҡан эсендә халҡым- Бисә һөйҙөм.Янып ярһып һөйҙөм. Алмашына ни килтерҙем уға?- Ҡанмаған дәрт,баҫылмаҫлыҡ һыуһын, Айрылышыу һәм ғүмерлек һағыш... Ҡазаларҙы илгә мин ккилтерҙем, Язаларын бары тик мин генә Күтәрергә тейеш...Ә һеҙ хәҙер Һүнгән усаҡтарҙы көйрәтергә Таралығыҙ.Үкһем етемдәрҙе Йыуатығыҙ.Мине кисерегеҙ. Кисерегеҙ мине!.. Беренсе кеше Улай тимә, Батыр!Беҙҙең ҡандан,беҙҙең йәндән Ярадың һин.Һәм бөтәбеҙ өсөн Күтәрәһең ауыр ғазаптарҙы. Үҙең беҙҙе кисер.Ярлыҡа. Икенсе кеше Кисер,батыр,кисер,сәсәнебеҙ Беҙ еңә алһаҡ,һин еңелмәҫ инең Беҙ еңелдек.Насар һуғыштыҡ беҙ (килеп баш эйә) Өсөнсө кеше Беҙгә хурлыҡ-һинең айбалыҡҡа Ғәйрәтеңә лайыҡ була алманыҡ... (килеп теҙләнә) Баиш (ҡапыл Салауатҡа ташлана). Минең улым ҡайҙа,мөртәт әҙәм? Ҡайҙа минең улым? Илеш ҡайҙа? Салауат Илеш иҫән.Хисап ала килер. Яуабыңды әҙерләп тор,хаин. Баиш Яуап әҙер уға.Тәңре шаһит. Әммә уның ҡаны,боҙоҡ ҡаны Һин яуыздың намыҫында булыр. Салауат Намыҫыма алам һәр тамсыһын... Ләкин бел: ул һинең улың түгел, Ул пәйғәмбәр улы-изге заттан... Язалаусы(таш өҫтөнә менеп баҫа,ҡулын күтәрә) Туҡтағыҙ тим!Мин һөйләйем хәҙер. Баиш Туҡтағыҙ,ти! Язалаусы Был юл саты,Салауат,был һоро таш Иҫеңдәме? Салауат Иҫемдә. Язалаусы Һуң? Салауат Тап ике йыл әүәл йөҙ башында Ошо юл сатында туҡталдым мин. Әлеге һин баҫҡан ташҡа баҫып, Уңға баҡтым йәнә һулға. Малай инем. Аҡыл түгел, Йөрәк, Намыҫ йөрөтә ине етәкләп. Эйе,уңға, йәнә һулға баҡтым: Уңға китһәм,әбей батша көтә. Һулға китһәм-Петр хәҙрәттәре,- Бер үҙемә ике батша хәҙер. Теләгәнен һайла.Быға тиклем Әбей батша менән эш бешмәне. Бабай менән,бәлки,эш уңыр,тип Һул теҙгенде тартты ошо ҡулым. Ә быныһы атҡа ҡамсы һуҡты.- Йөҙ һыбайлы сапты ҡойон булып. Язалаусы Әгәр ҙә уң ҡулың теҙген тартып, Шул саҡ һулы ҡамсы һелтәһә, Бөгөн нимә булған булыр ине? Салауат Нимә булыр ине?Ике ҡулым Берсә ҡорор ине-Бары шул... Ҡоромаһа, үҙем ҡырҡыр инем. Язалаусы Мин иректе баһалайым,батыр. Әммә тәкәберлек-дан юлдашы. Муйыныңдан хәҙер һин хурлыҡта- Йән ҡайғыһы ҡайғырт,әмәл барҙа. Ғүмер ғәзиз. Салауат Эйе ,ғүмер ғәзиз хатта тотҡонға ла... Язалаусы Шулай булғас,ниңә йәшәмәҫкә? Салауат Ниндәй иблис һорауы тағы? Һин бит палач.Азат итеү түгел, Яза биреү һинең бар һөнәрең. Эшеңдә бул! Язалаусы Минең ҡөҙрәтем киң. Язалай ҙа,ярлыҡай ҙа алам. Тоҡтомалға ошо юл сатына Килтермәнем һине,Һин азатһың. Бығауыңды хәҙер һалдырырҙар. О бығауһыҙ йәшәү шундай рәхәтәт (Ике ҡулын күтәреп һелтәй) Һин бит шағир-уны беләһеңдер. Әммә бер шартым бар,Ишетәһеңме? Салауат Ишетәм Язалаусы Падишахҡ биргән антыңды һин Ошо ергә тапап үттең, Ошо ерҙә тәүбә китер хәҙер. Тәүбә китер!Өс ҡат үбеп бынау Аяҡ аҫтымдағы һоро ташты Ант ит ҡабат!Ярлыҡайым.- Ғүмер ғәзиз... Салауат Эйе,ғәзиз. Салауат оҙаҡ ваҡыт тик тора.Шунан аҡрын ғына ташҡа табан килә.Тағы туҡтала.Халыҡ,Салауаттың тәүбә итеүен ҡурҡып,ҡаушап ҡала. Баиш(Язалаусының аяғына барып йығыла) Юҡ,юҡ, хужам,был йыртҡысты,зинһар, Ысҡындыра күрмә тоҙағыңдан.- Бөтәбеҙҙе аҫыр,киҫер,һуйыр, Илгә мәшхәр килтерер ул, Ҡанлы мәшхәр!Хужам,ысҡындырма! Язалаусы(аяғы менән Баишты ихтибарһыҙ ғына этәреп ебәрә) Көнө ниндәй сыуаҡ...Күген ҡара! Фәрештәләр генә осор заман. Ана,ахры,ҡыр ҡаҙҙары китә. Тауыштары килә-көр тауыштар. Белә улар ирек ҡәҙерен. (Бөтәһе лә күккә ҡарай) Хәйер,ҡоштар телен һин яҡшыраҡ Аңлайһыңдыр инде шағир. Баиш (тағы килә). Ысҡындырма! Ысҡындыра күрмә ҡоҙғондо!(Язалаусы уны ишара менән ситкә ҡыуа) Язалаусы Азатлғың,егет,үҙ иркеңдә. Ишетәһеңме? Салауат Ишетәм(Аҡрын ғына таш эргәһенә килә.Халыҡ тағыла нығраҡ хәүефләнә төшә)Ишетәм... Ишетәм... Беренсе кеше (ситкә ҡарап). Ярабби! Ниҙәр күрәбеҙ?! Салауат(өс тапҡыр төкөрә)Быныһы ташыңа-тфү. Быныһы үҙеңә тфү.Быныһы батшаңа –тфү.(Халыҡ иркен һулыш ала.) Намыҫ һатып алған йән кәрәкмәй миңә. Ундай йән кәрәкмәй.Ошо ташҡа Һал да хәҙер саптыр муйынымды. Язалаусы(таш өҫтөнән һикереп төшә). О юҡ!Былай булғас,был доньянан Ҡапыл,анһат ҡына китә алмаҫһың. Ике донья араһында оҙаҡ Тибелеп,кәмһетелеп,һөйрәлеп Ғүмер һөрәсәкһең... Баиш Юҡ,юҡ хужам,ул үлергә тейеш. Хатта күләгәһе шом һаласаҡ. Язалаусы Өнөн тығығыҙсы шул бәндәнең... (Һаҡсылар Баишты ситкә этәләр) Эйе,батыр,һин ереңә ғашиҡ, Илеңә ғашиҡ,ҡатыныңа ғашиҡ, Ғашик булғанға өсөн матурһың һин, Яуыз! Шуға күрә мин ереңдән һөрәм, Ҡара һағыш көн-төн йәнең өйкәр, Ҡара һағыш һине көйҙөрәсәк. Тавридала һүнгән Назон һымаҡ, Ситтә һүнәсәкһең.Зинданға илтегеҙ! (Халыҡҡа) Ә һеҙ таралығыҙ! Һеҙҙең вазифағыҙ бөттө шунда. Халыҡ тарала башлай,Язалаусы боролоп китмксе була.Алыҫтан һөрәнләп Гөлнәзирә инә.Ул ҡоро һөйәккә ҡалған.Өҫтө башы теткәләнеп бөткән.Тик сәс толомо ғына матур үрелгән. Гөлнәзирә (алыҫтан уҡ). Салауатҡа тейеш ҡамсыны миңә лә һуғығыҙ!Мин уның һөйгән йәремен.Миңә лә һуғығыҙ! Кешеләр Гөлнәзирә? Салауат(ынтыла). Гөнәзирә?! Гөлнәзирә (Салауатты тирәләп әйләнеп сыға).Салауат...Салауат... Тере.Иҫән!(Һаҡсылар уның юлын бүлмәксе итә.Ләкин Гөлнәзирәнең мөхәббәт һәм һағыш тулы ҡарашына тап булып кире сигенәләр.) Язалаусы(Баишҡа).Кем был? Гөлнәзирә. Был мин. Был-мин,түрә! Баиш Салауаттың һөйәркәһе ул,хужам,фәших...(Салауаттың күҙ ҡарашынан ҡурҡып,туҡталып ҡала) Гөлнәзирә Эйе,эйе,теләһә кеме булһам да,уныҡы мин.Салауаттыҡы мин. Язалаусы Ҡатын түгел,һин шәүләһең,бахыр.Ҡайҙа эленеп тора һинең йәнең? Гөлнәзирә Йәнем-эсем тулы,миндә мең йән түрә. Салауаттың ярты йәнемен мин. Салауат Ниндәй изге рухтар һуң сәғәттә Килтерҙеләр минең хазинамды? Был тәңренең мәрхәмәте сикһеҙ. Яҙмышыма мең-мең рәхмәт әйтәм. Хызыр-ильяс юл күрһәтте мәллә? Гөлнәзирә(ҡапыл балҡып,нурланып китә). Юҡ,мөхәббәт! Ул килтерҙе мине Оҙон өс ай буйы һинең эҙҙән Илдән илгә,юлдан юлға күстем. Төнгө далаларҙа ас бүреләр Миңә теймәнеләр,”Салауаттың Йәремен мин” тигәс. Ҡара урманда Юлбаҫарҙар миңә юл күрһәтте, Салауаттың йәремен мин тигәс... Һинең тәнгә генә төшкән ҡамсы ғына Аямы мине.Йөрәгемде Телем-телем телде.Мин сыҙаным, Һиңә еңеләр булһын тинем. Салауат Күктәгенең изге ҡөҙрәтенән Таңда яралған зат Гөлнәзирә, Ошо ерҙә һиңә ни,ҡалдырам?- Ҡайғы,ғазап,бушлыҡ,яңғыҙлыҡ... Кисер мине. Гөлнәзирә Был доньяла миңә илаһи өс. Гонаһлы өс кисә бүләк иттең. Әммә изге,саф ине ул гөнаһ. Доньяның бар хазиналарына Шул өс төндө алмаштырмаҫ инем Мөхәбәтем исеменән һиңә Рәхмәт әйтәм,батыр!Шуға килдем. (Алдына йығыла) Язалаусы(үҙ алдына). Ниндәй әҙәмдәр был,йә хоҙай. Ниндәй иман менән йәшәйҙәр?! (Һаҡсыларға боролоп.)Зинданға! Зинданға илтегеҙ!(Ҡапыл боролоп юҡ була,Салауатты алып китәләр) Гөлнәзирә Мине лә алығыҙ зинданға! Мин бит Салауаттың ярты йәнемен.Мине лә алығыҙ! Беренсе һаҡсы Унда йән кәрәкмәй.Ыҙаналыр өсөн бары тән кәрәк. Гөлнәзирә Зинданға мине лә алығыҙ!Мине лә!!(Һаҡсы уның юлына арҡыры төшә) Салауат(Гөлнәзирә алдында килеп баш эйә). Хуш батыр,гүзәл ҡатыным минең!Ерҙең ғәжәйеп бер ҡыҙы,бәхил бул! Гөлнәзирә Хуш бул,Салауат!Мин һине көтөрмөн.Ғүмер буйы көтөрмөн.Доньялыҡта ғүмерем етмәһә,әхирәттә көтөрмөн.Хуш бул, Салауат! Ут һүнә Өн аралаш төш Зиндан Сиркәү аҫтындағы дымлы зиндан. Сиркәү ҡаҡҡан тауыш ишетелә. Уға аҙан әйткән Ауаз килеп ҡушыла. Салауат диуарға һөйәлгән. Салауат. Сиркәу ҡағалар – ғибәҙәт уҡыйҙар, Аҙан әйтәләр – ғибәҙәт уҡыйҙар. Бөтә иман юғарынан килә, Тик төбәнгә төшкәс, ергә һеңмәй, Күберәк елгә оса, ахырыһы. Сиркәү ҡағалар: “ Сыҙам бул”! – тиҙәр, Аҙан әйтәләр: “Күндәм бул”! – тиҙәр. Бығауҙарын бер – береһенә килтереп аҡрын ғына, асыуһыҙ ғына һуға. Шул таҡта ҡабатлай. Сыҙам бул ... Күндәм бул... Сыҙам бул... Күндәм бул... Шунан башка ҡоралың ҡалмағас, Сыҙамайса нимә ҡалаһың һуң? (Ҡапыл алға ынтыла) ... Бығау түгел, уйҙар яфалайҙар, Сынйыр түгел,уйҙар ҙыңлай башта, Зиндан түгел, шиктәр тотҡон итте. Ни ҡылдым мин? Ни нәмәләр ҡылдым? Ун туғыҙҙа ҡамсат бүрек кейҙем – Ил ағаһы булдым.Яуҙар саптым. Егерме ике йәшем тулыр – тулмаҫ Бар эшемде бына тамамланым. Бынан ары күпме йәшәһәм дә, Шул йәшемдә тороп ҡаласаҡмын. Нимә ҡылдым һуң мин? Кем мин? Был иңемә яҙмыш бигерәк иртә Ауыр йөктәр һалды. Күтәрә алмай Әллә минең билем һығылдымы? Кем мин? Утлы ҡояшҡа юл алып, Ҡанаттары көйгән фәрештәме? Әллә изге тәхетте хур иткән Хәсис бер мөртәтме? Кем мин? Кем беҙ? Беҙ түккән ҡан Изге нурҙар булып Ҡибла күктәрендә балҡырмы? Йә Ил тәненә шаҡшы ҡутыр булып Таралырмы? Юҡ, өркөтмәй мине Әбей батша сыҫарасаҡ хөкөм. Тарих хөкөмө мине ҡурҡыта – Ярлыҡармы әллә ләғнәтләрме? Ҡот осорлоҡ! Әгәр хата булһа, Әгәр хилаф булһа ҡылған эштәр? Улай тиһәң, илдең иң уҙаман Ирҙәре бит минең яҡта булды: Намыҫ ҡоло, затлы Кинйә түрә. Мишәр атаманы ир Ҡәнзәфәр, Ғәскәр күрке сая йор Бәхтияр, Суаш айбарлыһы Уҡап батыр, Ҡарт юлбарыҫ һынлы Юлай кантон, Тағы йөҙәрләгән ил ағаһы – Бөтәһе лә хаталаныр микән?! Хаталаныр микән? Ә хаҡ булһа, Беҙ еңелмәҫ инек... Их, атайым! Арабыҙҙа бары диуар ғына, Арабыҙҙа мәңгелек юл ята. Бер кәлимә һүҙҙәреңә улың мохтаж... Ултыра, уйға тала. Ҡаршылағы диуар аҡрынлап ишелеп төшә. Юлай күренә. Юлай. Выждан ғазабыңды беләм, улым. Салауат. Атай! Күп ғүмерҙәр күрешмәнек бит... Ғазабымды ҡайҙан беләһең һин? Юлай. Мин атай бит.Бар уйҙарым һиндә. Салауат.Шиктәремде тарат, атай! Юлай. Ҡөҙрәтемдән килмәй, улым. Салауат.Ни эшләп? Һин бит атай. Һин бит минең атай! Юлай. Яуҙа, дауҙа, сыуаҡ аҡ көндәрҙә һин бөтәбәҙҙән дә өҫтөн, өлкөн инең. Ҡара көндәрҙә лә шулай булып ҡал. Рух ныҡлығын беҙ әле лә һинән көтәбеҙ, һиңә таянабыҙ. Салауат. Әйтсе, атай, һин ышанып килдеңме яуға? Юлай. Эйе ышанып килдем. Эшебеҙҙең хаҡлығына ышанып Килдем. Салауат.Ә еңеүгә? Юлай. Әңеүгәме? Салауат. Эйе, еңеүгә. Юлай. Еңеүгә мин хатта башта уҡ икеләнеп килдем. Аҡ батшаның ғәскәре бихисап. Бергә яу йөрөгәндә, үҙ күҙҙәре менән күп күрҙем мин. Салауат. Шулай булғас, ниңә баш күтәрҙең? Юлай. Юлдың хаҡ икәнен белеп баш күтәрҙем, йәнә һине яҡлап яу саптым. Салауат. “Тайға эйәргән аҙғын ат булдым”,- тип үкенмәйһеңме, атай? Юлай. Үкенмәйем.Һинең атайың булыу – ҙур дәрәжә миңә, Салауат. Салауат. Беҙ бит еңә алманыҡ. Юлай. Тәнебеҙ еңелһә лә, йәнебеҙ еңде. Сөнки хәтәр ниәтебеҙ хаҡ ине. Салауат. Ә түгелгән ҡандар, сыҡҡан йәндәр нимә менән аҡланыр? Нимә менән? Юлай. Ә һин донъяны тетрәткән, дошманыңды дер һелкеткән бөйөк шанлы көндәрең тураһында күберәк уйла. Ажғырып килгән ташҡындың алдында, өйөрөлөп килгән өйөрмәнең өҫтөндә һин түгел инеңме? Ә маҡсатың?Маҡсатың, улым?... Салауат. Маҡсатыбыҙ был тиклем үк ҡорбандарҙың хаҡына торорлоҡмо һуң, атай? Юлай.Быныһына беҙ яуап бирә алмайбыҙ. Салауат. Ә кем яуап бирер? Юлай.Был тупраҡҡа беҙҙән һуң килгәндәр. Салауат. Ул Яуаплы беҙ һуң нисек белербеҙ? Юлай. Уны беҙ бер ваҡытта ла белмәйәсәкбеҙ, улым... Юлай юҡ була.Тынлыҡ. Салауат. Көндәрҙең бөйөктәрен йышыраҡ уйла, ти,атайым. О ул көндәр! Йәшендәре әле лә йөрәгемде тетрәтә...(Сиркәү Ҡаҡҡан тауышҡа аҙан ҡушыла.) Ә тегендә беҙҙең йәндәрҙе саҡырып сиркәү ҡағалар, аҙан әйтәләр.(Ике ҡулын күтүрә.) Ашыҡмағыҙ! Өлгөрөрһөгөҙ!..Йыназаға тиклем бит әле туй булды! Ут һүнә. Хәтерләү Берда ҡалаһы. Пугачев станы.Сыуаҡ көҙгө көн. Күктә ҡыр ҡаҙҙары ҡыйҡылдашып осоп үтә. Алыҫта саң ҡағалар. Петр менән Мария ағас арамайҙан. Яңы ғына ҡояш килеп сыға. Петр. Беҙ ир менән ҡатын булдыҡ был төн. Ҡотла беҙҙе, ҡояш! Фатихаң бир. Дала еле никах уҡыны беҙгә, Ә йондоҙҙар күктә, шөңгөр булып, Төнө буйы шылтырап уйнап торҙо. Ана әле булһа... Мария. Иҫәр казак... Саң ҡағалар, ахры, шөбһә бар...(Уға һыйына.) Петр. Бөгөн шомға урын юҡ был ерҙә. Бөгөн беҙ ҡушылдыҡ. Бөтә донъя Ана ниндәй саф, ғиффәтле, күркәм. Тәү иртәбеҙ шундай хозур беҙҙең, Мария! Мария. Ә мин шомланамын, Петр. Петр. Нимәнән? Мария. Боҙоҡ кешеләрҙәй, ҡасып-боҫоп Яҡынайҙыҡ, яҙыҡ булмаҫ микән? Петр. Бар йыһандың күҙ алдында бына Үҙ йәнемде ҡушам йәндәреңә (ҡосаҡлап үбә). Мария (ысҡынып). Абау! Һуштарымды алдың инде, Әүрәтеүсем минең! Хәләлкәйем! Был ҡылыҡҡа рәнйемәҫме хоҙай! Петр. Рәнйер булһа, беҙгә ошо төндө Бирер инеме ни? Мария. Шулай ҙа һуң... Әгәр алтарь ҡаршыһына баҫып, Тәңренә ант биреп ҡушылһаҡ беҙ, Ниндәй Һәйбәт булыр ине, йәнем. Петр. Шулай итербеҙ ҙә. Мария. Ҡасан? Петр. Петр батша Ырымбурҙы алғас, Мәскәү яҡҡа ҡарай юл тоторбоҙ. Унан ары Петр ҡалаһына Ә тигәнсе барып инәсәкбеҙ. Ул саҡта мин инде йөҙ башында, Хатта мең башында, ҡылыс болғап, Әбей батша һарайына атылып Инәмен дә әйтәм: Катька, - Тимен, - Давай тәхеттән төш, хужа ҡайтты! Инәлмә лә, илама ла, етте! Ә батшаға йомшаҡ ҡына әйтәм: Рәхим ит, тим, түрҙән, үҙ Тәхетеңдән... Мария. Ой,ой, Петр, ниндәй ғәйрәтле һин! Петр. Бына щулай донъяны рәтләп алғас, Мәскәүҙең... Юҡ, яңы баш ҡаланың Иң ҙур соборында һинең менән Никах яңыртырбыҙ. Рәсәйҙең иң, Иң баш побы беҙгә никах уҡыр.. Никахтан һуң һарайға туп-тура – Үҙебеҙҙең таш һарайға!Уны Беҙгә батша үҙе биргән булыр, Туй бүләге итеп... Мария (Петрға һыйынып). Ой, тамаша! Ә мин мейес тултырып ҡалас бешерермен Көн һайын! Петр. Ул саҡ инде мин мең башы түгел, Фельдмаршал йә кенәз буласаҡмын, Йәки баяр, йәки затлы барон, Ә һин шуның берәйһенең ҡатыны... Мария(ҡапыл ҡурҡып). Юҡ, юҡ, баяр булма,кенәз булма, Юҡ, кәрәкмәй, була күрмә, зинһар! Петр. Ниңә? Буйым-һыным тура килмәйме? Мария. Бик килә шул. Шуға Ҡурҡам да... Петр. Нимәнән ҡурҡаһың, йүләркәй? Мария. Кенәз булһаң, берәй заман тағы Бүтән Пугач килеп сығыр ҙа Һинең башты ҡырҡыр, мине аҫыр Йә рисуай итер. Кенәз булма! Петр (тирә-яҡҡа ҡаранып). Ниндәй Пугач? Нимә һөйләйһең һин? Ауыҙыңды бүтән асыр булма! Петр батша. Петр Өсөнсө ул. Мария (ҡапыл аңлап). Юҡ, юҡ! Әйттем – ҡайттым. Әйткәнемде Ауыҙымдан елдәр алып китте... Ә ул нимә тиер? Петр. Кем? Мария. Пугач... Петр батша, беҙҙең хәлде Белһә. Петр. Батша мине ах итеп үк тора – Йөҙ башына ҡуйыр, бәлки, тиҙҙән – Ни тиһәң дә, беҙ бит аҙаштар... Мария. Фатихаһын бирерме һуң беҙгә? Петр. Ике ҡуллап бирер, күр ҙә тор, Батша мине үлеп ярата ул. Мария. (Петрҙың сәсен һыйпай, иркәләй). И хоҙайым, бынау хәтәр башты, Бынау алтын башты һаҡлай күрсе... Петр. Был башымдан айырылһам да, мин Һинән айырылмам һис ҡасан да. Мария. Ундай һүҙҙәр әйтмә, былай ҙа ана Шом уятып саң ҡағалар һаман. Петр. Әй, бөткәрнме? Берәй иҫерек казак Шаяралыр... Өй эсенән тауыш килә. Петр, Мария сығып китә. Пугачев. (Эстән). Ниңә саң ҡағалар? Әй, кем бар унда, яуап бир! Есаул йүгереп инеп, болдорға менә. Артабан һөйләшеү тәҙрә аша бара. Есаул. Белә. Батша хәҙҙрәттәре, белә бар. Пугачев. Ниндәй бәлә? Есаул.Үткән төндө дошман килеп Ҡыҙыл Яр Аҫтындағы беҙҙең дозорҙағы өс әҙәмде һуйып киткән. Бер казакты урлап сапҡандар,бары берәү Ҡасып ҡотолған.Һаҡтағылар бары ла иҫерек булған. Пугачев. Туҡтатһындар саң ҡағыуҙы! Есаул (уңға, һулға ҡыҫҡыра). Саң ҡағыуҙы туҡтатырға! Саң ҡағыуҙы туҡтатырға!! (Саң ҡағыу туҡтала.) Пугачев. Башлыҡтары, атамандары кем? Бөтәһенә яза уртаҡ булыр. Хөкөмдө мин үҙем сығарырмын. Төшөндөңмө? Есаул. Төшөндөм, батша хәҙрәттәре. Пугачев. Бар, иғлан ит: атамандар, халыҡ бында йыйылһын. Ғәйеплелрҙе бында килтерегеҙ! Есаул. Тыңлайым!(Юҡ була.) Пугачев болдорға сыға. Ул 32-33 йәштәрҙәге мыҡты ир. Йөҙөндә, ҡарашында ихтыяр һиҙелеп тора. Пугачев. Ялған батша булыуҙары ауыр. Ысын батша булыу нисек икән? Гәрсә кешеләрсә аңлаһаң да, Батша булып хөкөм итеү кәрәк. ...Ғәскәремде ҡулда тота алмаһам, Амперия, амперияны һуң Нисек итеп ҡулға ала алырмын? ...Мин ғәҙеллек өсөн яуға сыҡтым. Үҙем күпме аяуһыҙлыҡ, йәбер, Хатта Ғәҙелһеҙлек ҡылдым бары ошо Ғәҙеллек һәм хаҡлыҡ хаҡына тип, - Мин ҡуҙғатҡан донъя тәгәрмәсе Мин тигәнсә генә әйләнмәй шул... ... Ялған батша булыу ауыр тим дә, Ысыны булғас, еңеләймәҫ, беләм. Әле мин боларам, мин ҡыйратам, Ысын булғас, мине ҡыйратырҙар. Ике казак, өйҙән сығарып, майҙансыҡҡа тәхет килтереп ҡуя. Улар китә. Пугачев. Тәхет!.. Алыҫтан ҡарағанда – тәхет, яҡындан ҡарағанда – ләхет... Атамандар! Атамандар! (Ҡулға ҡул һуға) Халыҡ йыйыла.Арала Мария ла бар. Атамандар сыға,улар тәхеттең ике яғына баҫа. Шул саҡта ғына Пугачев тәхеткәә ултыра. Баяғы ике казак Петрҙы һәм теге иҫән ҡалған, ҡурҡыуынан ни тере, ни үле казакты алып ине. Артта тауыш ҡуба. Есаул тауышы: “ Ярамай, тим, унда хөкөм бара! Батша үҙе хөкөм сығара! ” Салауат тауышы: Юл бир! Унда минең биш йөҙ ғәскәрем бар! Юл бир, йүнһеҙ әҙәм! Кем бар унда, ниндәй ығы-зығы? Есаул! Есаул (йүгереп инә). Башҡорт старшинаһы Салауат Юлай улы, ти. Биш йөҙ ғәскәр килтергән. Бәрә-һуға бында инеп килә. Батша кәрәк, ти. Пугачев. Индерегеҙ. Есаул. Әй, индерегеҙ ике башҡортто! Салауат менән йәш кенә Байназар атылып килеп инә. Улар туп-тура Пугачевҡа табан ынтылалар. Пугачев аҡрын ғына уң ҡулын күтәрә, Салауат менән Байназар туҡтап ҡала. Пугачев. Сабыр ит, түрә, әле хөкөм бара. (Ситкә ымлап.) Урын килтерегеҙ йәш түрәгә - ҡорал алған халыҡ илсеһенә. Салауатҡа урын килтерәләр.Ул ултыра. Уның эргәһәндә Байназар Баҫып тора. Улар Пугачев менән ҡара- ҡаршы ултыралар. Икеһе лә хакимдар икәне күренергә тейеш. Пугачев башта халыҡҡа, унан атамандарға мөрәжәғәт итә. Хөкөм тыңларға әҙерһегеҙме? (Атамандар баш ҡаға.) Тауыштар. Әҙербеҙ. Әҙербеҙ! Пугачев. Дошманыңды хөкөм итеү еңел, Үҙеңдекен ауыр, Балаларым! Бер төк сәсең йолҡонһа ла ауырта... Әммә! (Ҡот осҡос янау менән.) Әммә батша йөҙөнә оят килтергән, Ғәскәр ҡеүәтенә хилаф ҡылған Берәүгә лә шәфҡәт булмаясаҡ! Ҡыҙыл Ярҙа кисә кем дозорҙа торҙо? Иҫәүән казак. Мине. Мин бит үлек. Мин әле әхирәткә, йәғни теге донъяға, китеп барышлай ғына бында һуғылдым. Батша хәҙрәттәре, Бойор: Берәй туҫтаҡ килтерһендәр миңә - юл аяғы, бары юл аяғы ғына. Пугачев. Нимә? Ни һөйләй ул? Есаул. Ҡурҡыуынан ул нитеберәк киткән... Алмашынған. Иҫәүән казак. Һуңғы туҫтаҡ ҡына... Юл аяғы... Тегендә бит уны бирмәҫтәр! Тот ҡапсығын!.. Ҡойорға ҡуш, батша! Сауап булыр... (Шыңшый.) Пугачев. Шул хәмерҙән һаташа бит Рәсәй. Иман уҡыр ерҙә араҡы һорай. Бар, далаға ебәрегеҙ. Етер еренә үҙ аяғы менән барып етһен әйҙә. (Иҫәүән казакты төрткөләп сығаралар.) Иҫәүән казак. Тик бер генә туҫтаҡ... Ярты ғына туҫтаҡ... Сирек кенә туҫтаҡ... Их, батша! Пугачев. Хөкөм башлана. Сыбыҡ килтерт, Есаул! Бер казак шул арала йүгереп сығып, бер ҡосаҡ сыбыҡ индерә.Бер сыбыҡты алып һелтәп ҡарай, шыйлап китә. Икенсе казак яҡтыртып һуҡтырырға эскәмйә килтерә. Уны кешегә күренмәй торған ҡултыҡҡа ҡуя. Шомло тынлыҡ. Иҫәүән казак (тауышы алыҫтан килә). Тик бер генә тамсы, батша хәҙрәттәре... Пугачев. Кем кисәге дозор башлығы ине? Петр (алға сыға). Мин, император. Пугачев. Исемең кем? Петр. Петр. Ун башы Петр. Пугачев. Тимәк, аҙаш. Петр. Аҙаш, батша хәҙрәттәре, аҙаш. Тик нумерым ғына юҡ. Пугачев. Бына хәҙер нумер һуғырҙар. Иҫерек кпзактарҙы дозорға ҡуйған өсөн биш сыбыҡ! Төнөн тикшермәгән сөн биш сыбыҡ. Петр исемен бысратҡанын өсөн биш сыбыҡ – йәмғеһе ун биш! Мария (ҡапыл тәхет алдына йығыла). Атай! Атай,зинһар, әмер бир: биш сыбыҡты миңә һуҡһындар. Төнөн Петр минең янда булды. Пугачев. Ниндәй уйнашсы был тағы?! Петр. Минең ҡатыным ул, император-атай. Пугачев (Марияның матурлығына һоҡланып ҡарап тора). Ниндәй сибәр, шайтан алғыры! Беҙҙең фатиханан башҡа тағы биште өҫтәргә. Бисәһенә сыбыҡ тейҙермәҫкә! Беҙ ҡырағайҙар түгел. (Һоҡланып,үҙ алдына.) Ниндәй зифа – күңел аҙҙырғыс... Петр. Ул бишеһе татлы ғына булыр. Ғишыҡ өсөн яза татлы, тиҙәр. Фатихаң шул булһын, батша-атай. Петр үҙе сәкмәнен, кълдәген һалып ырғыта ла эскәмйәгә барып ята. Пугачев. Башлағыҙ! Сыбыҡ шыйлай башлай. Сыбыҡты бер һуғалар ҙа, ташлап, икенсене алалар. Тик ташланған сыбыҡтар ғына берәм-берәм сәхнә уртаһына килеп төшә. Язалау үҙе күренмәй. Мария (өҙгөләнә). Петр йәнем, алтын башым минең! Петр (арттан). Өҙгөләнмә, Мария, миңә сыбыҡ үтмәй бөгөн. Пугачев. Ун башының атаманы кем? (Өндәшмәйҙәр.) Өсөнсө тапҡыр һорайым: атаманы кем? Пугачевтың уң яғында торған Иван Федулов алға сыға. Иван. Мин, батша Пугачев. Һин? Иван Федулов? Иван. Эйе, мин. Пугачев. Уҙған төнгө бәлә өсөн өҫтөнә ғәйеп алһыңмы? Иван. Алам, әммә... Пугачев. Өҙөп әйт, Федулов Иван! Иван (киҫкен). Мин атаман. Казак атаманы! Онотҡан булһан, хәтәрләтербеҙ, бат-ша! Пугачев (ярһып). Ә, шулай мы? Сис хәҙер үк затлы сәкмәнеңде, казак атаманы Федулов! Ун биш сыбыҡ тәйә өлөшөңә, шуны алырға әҙерлән! Иван. Миңә? Сыбыҡ? Пугачев. Ә һин кем? Әллә хоҙайҙың ҡашҡа тәкәһеме? Иван (янап). Ярай, император! Хисап көнөндә быны ла иҫеңә төшөрөрбөҙ. Аҙаҡ үкенергә ҡалмаһын, килмешәк! Үкенергә... Пугачев (Ҡылысын һурып ала). Иван! (Башҡа атамандар Пугачевты тотоп ҡала. Ул кире ултыра. Йомшара төшә.) Һал сәкмәнеңде яҡшылыҡ менән, атаман. Юғиһә аяҡ-ҡулың бәйләтеп хур итермен. Иван (күккә ҡарай, сәкмәнен һала). Ҡара уны, батша, ҡояшың кирегә әйләнмәһен... Иван эскәмйәгә барып барып ята. Уны һуҡтырған тауыш ишетелә. Бүтән атамандар үтә асыулы. Халыҡ риза ла, хайран да ҡалған. Пугачев башын эйеп оҙаҡ тын ултыра. Ҡапыл тәхетенән һикереп төшә. Пугачев. Унда тағы нисә сыбыҡ ҡалды? Казак. Етерлек әлә. Пугачев. Бөтәһән дә бында килтер. Казак. Хәҙер. (Ҙур усма сыбыҡ сығара ла аптырап баҫып тора.) Пугачев (өҫкө кейемен һалып ырғыта). Бөтәһен мин юғары власть. Барлыҡ изге, яуыз эштәр өсөн Яҙығы ла, сауабы ла миңә. Тимәк, яуабы ла минең выжданымда... Тейер язаһынан ҡасмайым мин. Ҡурҡаҡ түгел затым. Мин батшамын! Үҙ өлөшөмдө миңә һуҡ, казак!!! Бер бисә. Әстәғфирулла! Бер ир. Бына бер тамаша! Пугачев. Һуҡ! Бер ҡатын (алға сыға).Һуҡма, казак, һуҡһаң, алла һуғыр! Пугачев. Һуҡ!! Казак (сыбыҡтары берәм-берәм ҡосаҫынан төшөп бөтә). Ҡулым бармай, ҡулым тыңламай,батша. Пугачев. Ярай... Минең өлөшөмдө алып ҡуй, Бәндә ҡулы түгел, тәңре ҡулы Миңә һуғыр уны, кәрәк тапһа... Казак сыбыҡтарҙы йыйып алып сыға. Халыҡ шаҡ ҡата. Берәү. Йәшәһен ғәҙел батшабыҙ Петр Өсөнсө! Тауыштар. Йәшәһен! Йәшәһен! (Кәпәс сөйәләр, халыҡ Пугачевты уратып ала, Пугачев уларҙы ҡул ишараһы менән артҡа сигерә.) Салауат (ашығып Пугачев алдына баҫа). Мин Салауат – Юлай улы булам. Пугачев. Беләм. Салауат. Бер йөҙ һыбай, бер йөҙ сәмле егет Һиңә ҡаршы яуға тип сыҡтыҡ беҙ. Биш йөҙ һыбай алып килдем һиңә. Пугачев. Рәхмәт, егет! Салауат. Кисер, батша, юлда икеләнеүҙәр, Шиктәр таланылар күңелемде – Кем ул ? Ҡайҙан? Ниңә килгән? – Тинем, - Көсө ниҙә уның? Кем батшаһы? Хәҙер күрҙем: Беҙҙең падишаһ һин, Кешеләр педишаһы. Көс-ҡеүәтен Ғәҙеллектә икән – дөрөҫлөктә. Ҡанат аҫтына ал, әмерең бир. Һәм ҡылыстар ҡындан тартылырҙар. Мин инандым: һиңә ул булыуы, Хатта ҡол булыуы мәртәбәлер! Пугачев. Ҡолдар түгел, миңә улдар кәрәк. Ҡолом түгел, улым булырһың һин, Сая егет! (Салауатты ҡосаҡлап.) Әммә шул нәмәне иҫеңдә тот: Минең өсөн генә түгел, ерең, Һыуың, тауың, урмандарың, Бынау күгең өсөн ҡан ҡойорға Яуға күтәрелдең һин, Салауат! Салауат. Таланылар ерҙәремде, Әле талап бөтмәгәндәр. Таланылар һыуҙарымды, Әле һыуҙар китмәгәндәр. Емерҙеләр тауҙарымды, Әммә тауҙар әле тора, Ҡыйратылған урманымда Ҡоштар әле оя ҡора. Күктәремдең әле бер мәл Балҡып-күкрәп ҡуяһы бар. Уның әле кәкре айы, Түп-түңәрәк ҡояшы бар. Тимәк, әле йәшәп була. ... Тапанылар ғәҙеллекте, Һөйәктәрең он иттеләр, Ысын алтын дөрөҫлөктө, Ялған яғып, ҡом иттеләр. Ирек ҡошон ағыуланған Уҡтар менән аттырҙылар, Намыҫ тигән фәрештәне Фәхишлеккә һаттырҙылар... Йәшәр әмәл бөттө тамам. ... Бар өмөтөбөҙ һиндә, батша хәҙрәт, Һин шуларҙы ҡайтарырһың, тибеҙ. Пугачев. Ҡайтарырмын. Мотлаҡ ҡайтарырмын! Салауат. Оран ҡысҡыр! Бөтә Башҡортостан Ябырылып яуға ташланасаҡ, Ҡанға, данға һыуһап түгел, Ғәҙеллекә һыуһап ташланасаҡ... Рәхим итеп, әмер бирсе, батша, Минең ғәскәремде ҡала эсенә индерһендәр. Пугачев.Есаул! Башҡорттарҙы ҡалаға индерергә! Есаул (ары ҡысҡыра). Башҡорттарҙы ҡалаға индерергә! Алыҫта тауыш яңғырап-яңғырап китә: Башҡортттарҙы ҡалаға индерергә! Башҡорттарҙы ҡалаға индерергә!! Башҡорттарҙы ҡалаға индерергә!!! Салауат (Пугачев алдына килеп баш эйә). Рәхмәт, атай! Антым ошо булһын. (Ҡапыл боролоп, Байназар менән икеһе сығып китә.) Пугачев. Хоҙай ярҙам бирһен һиңә, егет! Мария (үҙ алдына). Тау ҡапланы кеүек, ниндәй йылдам. Үҙе һылыу – дала ҡарағайы! Ә тегеһе тағы ла һылыуыраҡ... Хәтерләүҙең дауамы Салауат ғәскәренең тылы. Яҡында ғына һуғыш бара. Шау- шыу, ғауға, “алға, алға!” тигән тауыштар кмлеп етә. “Салауат нисә йәшендә”- нең көйө, хатта һүҙҙәрҙе саҡ-саҡ ҡына ишетелә. Салауат нисә йәшендә?- Йәшел ҡамсат бүрке башында. Бригадир булды Салауат Егерме лә ике йәшендә. Ҡаса-боҫа, Илеш инә. И л е ш. Салауат минең ҡан дошманым, эйе. Юлай менән Баиш ырыуҙары. Бер- береһенә барымтға сабып, Ҡарымтасы булып, ҡан ҡойошоп, Ғүмер баҡый боғаҙ сәйнәшкәндәр. Шуның өсөн бөгөн Салауатты Мин үлтерергә тейеш. Баиш ырыуы Ошо яуыз эште миңә ҡушты. Мин үлтерергә тейеш Салауатты. Бөгөн үлтермәһәм, иртәгәһен Һуң буласаҡ. Ул бейеккә ашып, Ил өҫтөндә йөҙөк ҡашы булһа, Уғым минең уға етмәйәсәк. Ә мине ул шаҡш ҡол итәсәк- Шуны төшөндөрҙө атайым ҡарт. (Йән әрнеүе менән) Ә Салауаттың миңә ни зыяны, Ни яфаһы тейгәне бар әле? Малымдымы алды, йәнемдеме? Юртағымды менәньсаптымы? Мин әҙерләп барған кейегемә Уҡ аттымы? Ни зыяны тейҙе? Ауыр бурыс миңә йөкмәттеләр. Үтә ауыр. Әгәр хоҙай ҡушып.Яу ҡырында ғына һәләк булһа, Оло гөнахтарҙан ҡотолор инем. Бер хоҙайым! Ҡотҡар мине. Ҡотҡар- Ошо ҡанлы эште башҡарыуҙан! Ниңә алтырайым? Ҡурҡамы ни? Мин ҡурҡаҡмы- баиш улы Илеш? Ант бирелгән. Артта упҡын. Тимәк, Ул үлергә тейеш. Икеләнеү юҡ! Илеш китеп өлгөрмәй, ҡылысына таянып, ныҡ аҡһап. Б а й н а з р сыға. Уның аяғы йәрәхәтләнгән. Ләкин унда әле һаман яу ярһыуы. Б а й н а з а р. Еңеү! Еңеү! Инде һәләк булдыҡ тигән саҡта. Иң айбарлы егеттәре менән тамуҡ уртаһына Салауат үҙе ҡойон булып бәреп инде. Дошман ҡаса! (Ул ҡыры менән торан Илешкә һөйләй.) Ҡара, Ҡара, ана, нисек ҡаса! Ниңә шатланмайһың? И н е ш. Шатланамсы... Б а й н а з а р. Шулай шатланалар мы ни? Илереп, шашып шатлан! Дошман ҡаса. Еңеү беҙҙең яҡта. Ана ҡабырғанан һуҡты- ай. Ҡәнзәфәр, егет арыҫланы! Афарин, мишәрҙәр, афарин! (Ҡалҡыулыҡҡа һикереп менә.) Сыуаш бәһелеүәне ерән Уҡап суҡмар менән ҡалай дөмбәҫләй. Ана шулай, ой, рәхмәт егет- булдыраһың шайтан! (Илеш китә, Байназар уны күрмәй.) Ниңә шатланмайһың? (Боролоп ҡарай.) Бәй, ҡайҙа булды был әҙәм? Әй, кем әле һин? Салауат шөһрәтенән өлөш өмөт итеп йөрөгәндәрҙең берәйһелер әле шунда... Саҡ-саҡ атлап. Мария сыға, уның ҡулында- Петрҙың аҡ папхаһы. М а р и я. Ох, петр! Ох, Петр! Алтын башы ярҙан тәгәрәп төштө... Б а й н а з а р. Мария? М а р и я. Алтын ҡояш мәңгелеккә батты- Петрҙы үлтерҙеләр. Юҡ Петр. Петр юҡ хәҙер. Б а й н а з а р. Ни тип йыуатайым? М а р и я. Йыуатма, Байназар. Йәшем бөткәнсе үкереп илайым да бынау ташҡынға ташланам, икебеҙҙе бер үк даръя йотһон. Б а й н а за р. Улай һөйләү беҙҙең диндә гонаһ. М а р и я. Беҙҙә лә ул шулай. Ни ҡылайым? Әрнеүҙәргә нисек сыҙайым? Петр! (Папахаһын күкрәгенә ҡыып, ергә ултырып, быуылып илай. Ҡапыл һикереп тора, сығырға ынтыла.) петр! Көтөп тор мине! Сиркәүҙәргә кереү насип булманы. Һыу төптәренд никах яңыррырбыҙ. Көт мине! Б а й н а з а р.(тороп ҡала).Туҡта йүләр, йүләр бисә. М а р и я. Ебәр мине, Байназар. Б а й н а з а р. Ошондай аҫыл затты үҙ ҡулдарым менән үлемгә бирә алмайым, Мария. Ултыр, һушынңа кил. Мария, тыңлап. Бер таш өҫтөнә барып ултыра. Һыҡтай. М а р и я. Ох. Петр. Ҡәберең дә хатта булмаясаҡ... Б а й н а з а р.Беҙҙең ғәскәрҙең йондоҙо һин, Маия. Йондоҙ һүнһә, беҙ һуң ни эшләрбеҙ? (Хәле мөшкөләйеп сайҡалып китә, Мария Әле генә уның ҡанға батҡанн күрә.) М а р и я. Һинең ҡаның аға, Байназар! Һин яралы?! Хәҙер, хәҙер бәйләрмен яраңды. Тик зиһенемде йыйайым саҡ ҡына. Б а й н а з а р.(сайҡала). Ағастар ауалар. Тотоғоҙ ағастарҙы. М а р и я.(ҡапыл ырғып, Байназарҙы тота). Байназар! Таян миңә, Байназар! (байназарҙың ҡулын иңбашына һалып алып сыға.) Хәҙер, хәҙер йәрәхәтеңде йыуырмын. Китәләр. Артта һуғыш шау-шыуы тына. Тантана ауаздары яңғырай. -Еңеү! Еңеү! -Салауатҡа шөһрәт! -Салауатҡа дан! Салауат, Ҡәнзәфәр Усаев, биленә суҡмар таҡҡан Уҡап инә. Салауаттың беләгендә яраһы бар. Улар ярһығандар. Уларҙы халыҡ солғап алған; ҡылыс- һөнгө күтәреп, кәпәс сөйөп, батырҙарҙы ҡотлайҙар. -Батырҙарға дан! -Йәшәфен Салауат! Бер нисә әсирҙе төрткөләп, һуҡҡылап сыаралар. С а л а у а т(Ҡылыс тотҡан ҡулын күтәрә). Әсирҙәргә теймәҫкә! Һуғштан һуң әҙәм йәберләү-хурлыҡ! У ҡ а п. Бес эләксәк, хурлығын-матурлығын ҡарап тормаҫтар ине әле. Тутырҙар ҙа ҡулаҡты ҡырҡырҙар ине. С а л а у а т. Беҙ бит улар түгел- беҙ. Уҡап дуҫ Ҡ ә н з ә ф ә р. Нимә, уларҙы икмәк серетер өсөн ҡалдырабыҙмы ни? С а л а у а т.Зауыт эсенә ҡушыыҙ, туп ҡойһондар. Ҡылыс сүкеһендәр. У ҡ а п.Бусы аҡыл! Бусы сыуашса-тимәк, эшлләргә кәрәк. С а л а у а т (ҡул күтәреп тыныслыҡҡа саҡыра).Юлдаштарым, Ҡәнзәфәр(уға борола), Уҡап (уға борола), барса ҡәрҙәштәрем. Яуҙаштарым. Еңеү өсөн рәхмәт! Ҡанға батып килде был еңеү. Шуға күрә икеләтә ҡәҙерен белегеҙ. Ҡ ә н з ә ф ә р. Дөрөҫ, батыр, ҡорбандар күп булды. У ҡ а п.Яр таштары, ҡысыл бүрелгәндәй, ҡып-ҡысыл ҡан: башҡорт ҡаны, урыҫ ҡаны, татар ғаны, сыуаш ҡаны, ҡалмаҡ ҡаны-ниндәй генә ҡан юҡ... С а л а у т (уйсан) Бәлки, замандар үткәс, беҙҙең тоҡомдаштар бында килеп, ошо ерҙе изге итеп, зыярат ҡылырҙар. Беҙҙең ҡандар саҡырыр уларҙы. Ҡ ә н з ә ф ә р. Бәлки тәүге ямғыр яуғас та, бөтәһе лә бөтөр, онотолор... У ҡ а п. Юҡ, был йыуыла торған ҡандар түгел, Ҡәнзәфәр! С а л а у а т. (ҡапыл хәрәкәтләнеп). Байназарым ҡайҙа? Ҡайҙа Петр? Б е р ә ү. Байназар иҫән. Петр бахыр... Урыны йәннәттә булһын. С а л а у а т. Кәпәс һалығыҙ! Бахыр түгел, хәтәр казак ине. Ир ине! Ҡ ә н з ә ф ә р. Шундай энем, шундай улым булһын, ғорурланыр инем мин- ҡарт яугир. У ҡ а п. Ай,ай ... Мария, меҫкен, илар инде, худай ярҙам бирсен. К е м д е р.(артҡа боҫоп). Куңелен табырбыҙ... С а л а у а т. Марияны рәнетмәгеҙ. Муйынығыҙҙы өҙөрмен! К е м д е р. Мәрйә өсөн муйын, урыҫ өсөн баш-хи-хи-хи-ул баштарзы ҡайҙан алып бөтөр башҡорт? С а л а у а т. Кем ул урда? Күҙгә ҡарап һөйлә. Ниңә шымдың? К е м д е р. Ярай, батыр, яуҙа ғына алға сығырмын. С а л а у а т. Бындай һүҙҙәр өсөн яза тейеш.ҡаты яза! Ярай, еңеу шәрәфенә ҡалы торһон. Тояҡ тауыштары ишетелә. бөтәһелә ихтибар итә. Б е р ә ү. Сапҡын килә.өҙәнгеһе ҡыҫҡа, ҡазак булыр. У ҡ а п. Ҡазак булсала мазак булса ла, яҡшы хәбәр килтерсен. Есаул ине. Е с а у л. Фарман. Батша фарманы! Т а у ы ш т а р. – Фарман! - тағы Фарман! Е с а у л. Тыңлағыҙ (итеп ҡуңысынан ҡағыҙ төргәге сығара. халыҡ шаулаша). ӘҠ ә н з ә ф ә р. Яугирҙар! Фрман тыңлағыҙ!(тауыштар тыма). Е с а у л. Петр Өсөнсө ғали йәнәптәре үҙ рәхиме енән ошоларҙы иғлан итә: бернсе-башҡорт старшинаһы Юлай Аҙналинға ололап, полковник исеме бирәм. Т а у ы ш т а р. -Полковник! -Ай афарин! Е с а у л.Ҡайҙа Юлай полковник? Салауат.Башҡа тарафта.Полковникка фарман тапшырылыр. Е с а у л.Икенсе-мишәр сотнигы Ҡәнзәфәр Усаевҡа,ололап,полковник исеме бирәм.Усаев! Ҡ ә н з ә ф ә р.Мин бында,Есаул. Е с а у л.Өсөнсө-сыуаш сотнигы Уҡап Кудряшовҡа,ололап,полковник исеме бирәм.Кудряшов! У ҡ а п.Мин дә бында! Е с а у л.Дүртенсе-башҡорт ғәскәренең башлығы полковник Салауат Юлаевҡа,ололап,бригада генералы исемен бирәм. Т а у ы ш т а р. Янарал!Янарал! -Салауат янарал! -Ҡотло булһын,бригадир! Беренсе янарал! -Беренсе янарал! Е с а у л.Тауыш!(Халыҡ тына) Бына бригадирлыҡ таҫмаһын яурыныңа һалып,император исеменән ҡотлайым,генерал! С а л а у а т. Рәхмәт,Есаул!Императорға әйт:Юлай улы Салауат был ебәккә тап төшөрмәҫ(таҫманы күрһәтә). Е с а у л.Һорайым әле,бик йәш күренәһең,нисәлә һин,батыр? Ап-асыҡ булып йыр ишетелә. Салауат нисә йәшендә?— Йәшел ҡамсат бүрке башында. Бригадир булды Салауат Егерме лә ике йәшендә. Сәхнәләгехалыҡ,ғәжәпләнеп,төрлө яҡҡа әйләнеп,йырҙың ҡайҙан килгәненбелергә тырыша.Йыр дауам итә,аҡрыная. С а л а у а т.Йыр ишетәм һымаҡ.Ҡайҙан килә? Ҡ ә н з ә ф ә р.Үҙе яҡын,үҙе алыҫ кеүек... Б е р ә ү.Әллә күктән килә инде,әлләһулдан килә... И к е н с е б е р ә ү.Әллә уңдан, әлләһулдан килә... Тыңлайҙар. У ҡ а п. Киләсәктән килә был йыр, туғандар! Киләсәктән-йыраҡ йылдарҙан!.. Е с а у л. Бер ниндәй ҙә йыр юҡ. Фарман дауам итә. Бишенсе-яуҙа ҡатнашҡан һәр әҙәмгә берәр һум көмөштән аҡса өлгәшергә. Т а у ы ш т а р. Аҡса? Берәр һум!! Батша йомарт. Уңдыҡ батшанан. Аҡса ҡайҙа? Ә үлгәндәр өлөшө? Ҡалғандарға бүлеп бирелһен! Е с а у л. Үлгәндәрҙең өлөшө булмай. Т а у ы ш т а р. Аҡса ҡайҙа? Уны кем өләшә? Е с с а у л. Мин өләшәм. Ана. Ике атҡа йөкмәп килтерҙеләр. Ун баштары килеп һанап алһын. (Сыға.Халыҡ та тиҙ үк сығып бөтә.Ҡәнзәфәр,Уҡап, Салауат ҡала.) Тауыштар. Ун баштары! Аҡсаға! Аҡсаға! С а л а у а т.Көмөш теле ниндәй тылсымлы, ә тигәнсе һепереп-ялап алды халыҡты... У ҡ а п. Аҡса ни ул, кәрәк нәмә бит, янарал. С а л а у а т. (икеһен бергә ҡосаҡлап). Бөгөн яҡшы көн булды, яуҙаштар, ҡотлайым һеҙҙе. Ҡ ә н з ә ф ә р. Ә һиңә, янарал, ауыр дәрәжәңде еңел күтәрергә яҙһын. С а л а у а т. Амин, шулай булһын, полковник.Атайыма Хәбәр иттерәһе ине. Кеше ҡыуанысын әйтмәй һаҡлау-уны урлау менән бәрәбәр. Ҡ ә н з ә ф ә р.Рөхсәт итһәң ҡартҡа үҙем барыр инем. Яҡшы хәбәр илтеү ҙур мәртәбә миңә. С а л а у а т.Юлың уң булһын.Үҙең менән ике һыбайлы ал. Ҡәнзәфәр китә. У ҡ а п. Мин дә китәйем, Салауат. Аҡса алып сыуаштарыма өләшәйем. “Сыуаш йыуаш” тип, онотоп ҡуймаһындар. (Башын сайҡап китә.) С а л а у а т. Хаҡ һүҙ әйтте бая Ҡәнзәфәр.(Лентаһын тотоп ҡарай.) Үҙе ебәк, үҙе баҫып бара. Шатлыҡ менән бергә шом килтерҙе, Ғәм килтерҙе миңә был дәрәжә. Бынан ары намым, атым минән Мин беренсе башҡорт иҫәпләнәм. Шул исемгә есемем торолоҡмо? Ошо вазиғаға лайыҡмы мин? Тәңрем, миңә ауыр тәҡдир бирҙең, Ярҙамыңдан мәхрүм итә күрмә. Ни ғәжәп был? Үрә һикерер ерҙә Аяҡ осо менән баҫып уҙам, Шыр ҡыуаныр ерҙә вайымланам? Ниңә шулай икән? ...Бер нәмәне әммә яҡшы беләм: Сигенеү юҡ! Алға, бары алға! Улсығып киттем тигәндә, Гөлнәзирә йүгереп инеп, уның аяғына ташлана, ул бик сибәр. Һыбайлы кейемендә. Кейемдәре зинәтле. Күрәһең, хәлле ырыуҙандыр. Г ө л н ә з и р ә. Салауат, кисер мине! Кисер, батыр! С а л а у а т. Кем һин? Тор, аунама ерҙә. Г ө л н ә з и р ә. Гөлнәзирә мин. Ҡәһәрләгән бер бисә мин. С а л а у а т. Кем ҡәһәрләне һине? (ҡулынан тотоп ктәрә, Гөлнәзирә уның алдыңда теҙләнеп тора.) Г ө л н ә з и р ә. Яҙмыш. С а л а у а т. Ни тип ҡәһәрләне? Г ө л н ә з и р ә. Минең ирем ҡурҡаҡ булып сыҡты. Тимәк, мин бер ҡурҡаҡ ҡатынымын, Һинең ғәскәреңдән ҡасып ҡайтып, “Салауат үлде, ғәскәр таралды” тип, Яман хәбәр сәсеп йөрөй хәҙер- Ибрай мулла улы Һидиәтулла. Оятыма сыҙай алмайынса, Аяғыңа йығылырға килдем. Кисер, батыр, бер хоҙайым хаҡына. С а л а у а т. Ғәйебең һуң ниҙә? Г ө л н ә з и р ә. Хаин ҡатынымын мин. Шул иблескә Мин үҙемде бирҙем. Аңлайһыңмы? Ун етенсе саф яяҙымды бирҙем. Хәҙер бына бөтә йән-тәнемә Ҡара ҡандар һауҙы был хурлыҡтан. Аҡланырлыҡ сара өйрәтә, батыр! С а л а у а т. (ҡулынан тотоп аяҡ үрә баҫтыра, Һоҡланып йөҙөнә ҡарай). Ә мин әйтһәм: һин ғәйепһеҙ, тиһәм, Саф алтынға тап төшмәй ул, тиһәм, Шул алтындай һин таҙаһың, тиһәм, Нимә үҙгәрер һуң? Г ө л н ә з и р ә. Бик куп нәмә. Ул сағында мин үтенер инем: Ҡалдыр, батыр, мине ғәскәреңдә! С а л а у а т. Бисә эше түгел яу сабыу. Г ө л н ә з и р ә. Яугирҙы, хатта батырҙарҙы, Беҙ, бисәләр, тыуҙарабыҙ.Инде Яу йөрөргә генә хаҡыбыҙ барҙыр. С а л а у а т. Юҡ. Һеҙҙең бурыс, эйе, тыуҙырыу. Беҙҙең бурыс-ҡырыу, ҡырылыу. Г ө л н ә з и р ә. Һынай биреп ҡара миңә, батыр... Буйым-һыным, ҡалдым, бар булмышым, Күңелеңә ятып, елкендерһә, Ҡатының ит. Ике донъяла ла, Тоғроң булып, мәңге ололармын. Әле имен саҡта бер бәйгелә Һине күргәс, ҡойолдом да төштөм. Тамырҙарым талды. Ә йөрәгем Талпынды ла һауаларға осто. Һин осорҙоң, батыр... Яраббийым! Ни һөйләйем? Оят ҡайҙа булды? Ә мин оялмайым. Ҡыума мине. Ҡыума мине! Күңелем тартмай, тиһәң, Хеҙмәтсең ит. Ошо сәсем менән Ерҙәр һепереп, хеҙмәт күрһәтермен. Ниңә өндәшмәйһең?.. С а л а у а т. Бәхәстәрҙе һүҙ йә ҡылыс менән Хәл итергә күнекмәемн. Бында Икеһе лә көсһөҙ күренә. Г ө л н ә з и р ә. Һүҙ ҙә әйтмә. Тик йөҙөмә бер баҡ. (Салауат хәрәкәтһеҙ тора.) ...Улай булғас, уҡсың итеп ҡалдыр, Ете йәштән бирле, йәнә тартып, Ат өҫтөндә үҫкән ҡыҙ бала мин. Ҡурҡаҡ ирем өсөн ҡорал алып, Ҡанлы яуҙа һине ҡурсалармын. С а л а у а т. Һин дәһшәтле эштәр өсөн түгел, Ғорур тошмош өсөн яратылған. Бым мәхшәрҙән ҡас һин, сибәр ҡатын, Килгән юлың менән кире йүнәл. Эйәртелеп юртаҡ килтерҙеләр... Эй, Байназар! Г ө л н ә з и р ә. Сеү! Әгәр кире ҡағыуың хаҡ булһа, Минең юлым анау ҡаҡ ҡаянан Упҡын төбөнә барыр туп-тура. Хәсис түшәгендә ятҡансы, Ҡара гүрҙә ятыу мең артыҡ. Бүтән юлым, батыр. Юҡ минең. Саҡырыу тауышын ишетеп, М а р и я сыға. М а р и я. Кемделер саҡырҙың буғай, Салауат. (Бил бөгөп иҫәнләшә) С а л а у а т. (артырап ҡала, Гөлнәзирә ҡойолоп төшә). Мария? Һин ни эшләп бында? М а р и я. Байназарҙың яраларын бәйләнем. Г ө л н ә з и р ә. Ярай, мин аңланым, күрҙем, Салауат. Мин төшөндөм... Мин китәйем... мин аңланым... ( Аҡрын ғына ҡая яғына сигенә) С а л а у а т. Һин ҡайҙа? Г ө л н ә з и р ә. (һаман сигенә). Үҙ юлыма.. Ана тегендә. Ярай бәхиллектән булһын... ғәйепләмә мине, хуш бул, иҫән бул...( ярым һаташып һаман сигенә.) С а л а у а т.(ҡапыл ынтылып, ҡосағына күтәреп ала) Ах, һин, иҫәр болан балаһы. Бер йомарлыҡ ҡояш, нур шәлкеме! Ниңә шулай дер-дер ҡалтырайһың? (күтәргән килеш йөҙөнә ҡарай. Аяғына баҫтыра.) Мария, бына һиңә һеңле табылды, үҙ ҡыуышыңа саҡыр. Хәстәрле бул. М а р и я. ( Гөлнәзирәне етәкләп ала). Ярай батыр. Әйзә киттек һылыуым. (артҡа әйләнеп билгә тиклем эйелеп, салауат менән хушлаша. Гөлнәзирә тынсыл гына эйәреп бара. Сығалар. Салауат аҡрын ғына икенсе яҡҡасыға.) Аҡса алған өс-дүрт яугир шаулашып, һөйләшеп уҙа. Баҡырлыҡта байтаҡ һондо оңҡот яҡуп. Баҡыры ни, көмөшө ни – бары ла донъя сүбе. Сүбен сүп тә... түкмәйбеҙ бит әле йыябҙ. Йыйыу ғына түгел, суҡынабыҙ. Ә мин суҡынмайым. Тфү!.. Кем уйлап сығаран шул аҡсаны. әҙәм аҙҙырып... Үтәләр. Илеш инә. Салауат киткән яҡҡа бара. И л е ш. Салауат! Салаут! С а л а у а т (ситтән). Кем саҡыра мине? (сыға). И л е ш. Мин , Салауат. С а л а у а т. Баиш улы Илеш һинме был? И л е ш. Мин. С а л а у а т. Бында һине яҡшы ниәт килтермәгндер. Тимен И л е ш. Яман ниәт. Салауат үтә яман ниәт... С а л а у а т. Атайҙарыбыҙ янашып йәшәгәндәй. Янауыңмы был? Һиндә шул хәстәрме? И л е ш. Янамайым. С а л а у а т. Ә һуң ниңә килдең? И л е ш. әйтергә тел бармай. С а л а у а т. (асыулана биреп). әйтә алмағас, ана ары йөрө. И л е ш. (ҡыйыу). Салауат мин һине үлтерергә килдем. С а л а у а т. Мине? Ни өсөн? И л е ш. Һин салауат, мин илеш булған өсөн. С а л а у а т.(тыныс). Ниңә үлтермәйһең? Арттан килеп ниңә хәнйәр ҡаҙамайһың. Баиш улы Илеш? Атайыңдың кәсебе шул ине бит. И л е ш. Ә мин ҡаҙамайым. С а л а у а т . ҡаҙамаһаң, бына хәҙер ҡаҙа. И л е ш. Мин һуңланым. С а л а у а т. Һуңламаның. Алдыңдамын. Ҡулда ҡоралым юҡ. Ҡайҙа! И л е ш. Ҡоралһыҙ ҙа хәҙер һин ҡораллы. Бында килгәс, күрҙем: һин, Салауат, Юлай улы ғына түгел, илдең улы, Ил ағаһы икән. Ярһыу арҫландар Ҡанға батып алышҡан бер ерҙә Көсөк талаштырыу урынлымы? Ил яҙмышы иләнгән бер мәлдә Ырыу үсен алып йөрөр саҡмы? Йөрәк әрнегәндә. Бармаҡ һҙлау Онотола икән. Бында килгәс шуны аңланым мин. С а л а у а т. Был һүҙҙәрҙе баиш улы һөйләй. Хыянатсы Баиш улы һөйләй, Тиһәм әгәр, әҙәм ышанырмы? И л е ш. Тик һин ышан. Һиңә хәнйәр ҡаҙау, Һиңә тоҫҡап хәҙер үк атыу- Халыҡ йөрәгенә, ил йәненә Бысраҡ хәнйәр ҡаҙау булыр ине. Ағыулы уҡ атыу ббулыр ине, Һиңә ҡайралғайны ошо хәнйәр (ҡуйынынан ҙур хәнйәр сығарып. Тубығына ҡуйып һындыра ла ике яҡҡа ырғыта), Һиңә осланғайны ошо уҡ. (шулай уҡ һындырып ырғыта) Хәҙер инде теләһәң ни эшләт мине. С а л а у а т. Тура һүҙең өсөн рәхмәт , Илеш. Ир икәнһең, һине ҡул менән дә, Тел менән дә кәмһетәһем килмәй. Хөкөмөм юҡ. Һин азатһың. Бар кит. Юлыңда бул! И л е ш. Башҡортостан ерендә хәҙер ике генә юл бар, Салауат. Береһе һинең юлың, икенсеһе-һиңә ҡаршы юл. Ҡаршы юлдан китә алайым хәҙер. Мин ир булып, башҡорт булып донъяға яралғанмын. Китә алмайым! Ҡыума мине, әгәр ышанһаң... С а л а у а т. Һүҙ көсөнә шанамын- мин шағирмын. Һүҙең менән еңдең мине, Илеш. Эргәмдә ҡал. И л е ш. Әле генә ҡан дошманың инем. Ҡан ҡәрҙәшең булайымсы, йәштәш, Һинең ҡаның ҡаныма ҡушылһын. (Теше менән үҙенең ҡул һыртын умырып тешләп ала ла. Ҡанлы ҡулын Салауаттың яралы беләгенә килтереп ҡуя.) Ут һүнә. Өн Салауат ябылған зиндан алды. Киске ғибәҙәткә саҡырып, сиркәү ҡағалар. Ҡайҙалыр аҙан әйткән тауыш ишетелә. Зинданды башта күренгән ике һаҡсы һаҡлай. Беренсе һаҡсы. Аҙна торабыҙ, ай торабыҙ... Икенсе һаҡсы. Торабыҙ ҙа... Кем ккемде һаҡлай һуң әле? Беренсе һаҡсы. Нисек кем кемде?Беҙ ил дошманы юлбаҫар Салауат Юлаевты һаҡлайбыҙ. Икенсе һаҡсы. Ул зинданда тотҡон, беҙ бында тотҡон. Ул ышыҡта,беҙ һыуыҡта (бөршәйә)-айырмаһы бары шул ғына. Беренсе һаҡсы. Уның башын ҡырҡасаҡтар. Икенсе һаҡсы. Тимәк, әбей батша үҙе ҡырҡырлыҡ баш бар әҙәмдә. Ә һинең менән беҙҙә ундай баш юҡ. Аяҡ менән ҡул ғына бар, ә баш юҡ. Беренсе һаҡсы. Бәлки ул беҙгә кәрәкмәйҙер ҙә. Башты әйтәм. Булмағас ҡырҡмайҙар. Йән тыныс. (Байтаҡ тын торалар.) Икенсе һаҡсы. Эс боша, үлтереп эс боша. Беренсе һаҡсы. (кеҫәләрен ҡаҡҡылап ҡарай) Рәт юҡ,Егор, нәфсеңә баш булырға тырыш. Икенсе һаҡсы.(күкрәген тота). Бына бында, таҡмаҡ әйтеп, шайтандар бейей. Беренсе һаҡсы.Арығас туҡтарҙар әле. Икенсе һаҡсы. Былай ғына туҡтамайҙар шул. Иҫертеп йығырғы кәрәк ул яуыздарҙы. Беренсе һаҡсы. (эсен тота). Миндә лә нимәлер ҡыймылдай башланы. Икенсе һаҡсы. Ҡыймылдау ғына пустяк ул... Ике кеше эйәртеп,Баиш инә. Һаҡсылар уны беләләр. Аяҡ үрә баҫалар. Баиш.Һаҡлайһығыҙмы? Беренсе һаҡсы. Һаҡлайбыҙ түрә. Баиш. Кемде һаҡлайһығыҙ? Беренсе һаҡсы. Беҙ, түрә, илбаҫар, юлбаҫар, башкиҫәр, ат ҡарағы, фетнәсе, ҡотҡосо Салауат Юлаевты һаҡлайбыҙ. Баиш. Йәнә нимә һаҡлайһығыҙ? Беренсе һаҡсы. Нимәне? шул инде. Баиш. Йәнә һеҙ үҙегеҙҙең баштарығыҙҙы һаҡлайһығыҙ.(Һаҡсылар үҙҙәренеңбаштарын тотоп ҡарайҙар) Беренсе һаҡсы. беҙҙә улай тырышып уҡ һаҡларлыҡ жәтәр баштар юҡ та... Эйеме, Егор. Икенсе һаҡсы. Знамо, юҡ. Баиш. Әгәр был башкиҫәр (зинданға күрһәтә) ҡулдан ысҡынһа, бөтәгеҙҙе лә тотоп һуясаҡ. Аңланығыҙмы? Икенсе һаҡсы. Аңланыҡ.Знамо, һуясаҡ. Баиш. Шулай булғас? Икенсе һаҡсы. Шулай булғас,хөрт инде Баиш. Йәғни...йәғни?.. Беренсе һаҡсы. Йәғни булғас, йәғниҙер инде. Баиш. Йәғни, уяу һаҡлағыҙ! Беренсе һаҡсы. (тура ҡата). Бөйөк императрицабыҙ Екатерина икенсе йәнәптәренең тоғро һалдаттарына ышанырға мөмкин! Икенсе һаҡсы. Мөмкин!! Баиш. (тегеләргә ҡарап тора). Мөмкиндең хикмәте киң. (Башын сайҡай,сыға.) Беренсе һаҡсы. (Баиш артынан). Уҙе басурман, ә батша тип суҡына. Икенсе һаҡсы. Беҙҙең баштарҙы ҡайғырта башҡорт түрәһе. (Зинданға ҡарай.) Бындағ ыәҙәмде әйтәм, хәтәр зат икән. Бығаулы көйө лә ҡоттарын алып тора. Үҙе йырлай. Беренсе һаҡсы. Донъя шулай инде: берәүҙәр илап йәшәй, икенселәр йырлап үләләр. Алыҫтан музыка ишетелеп ҡала. Кәрзинкә күтәреп, Мария инә. Һаҡсылар тураһына еткәс, абынып йығыла. Мария. ой хоҙайым. харап ҡына булдым! Харап ҡына булдым. Мин етемдең йәнен алыр инде хужам (илай). Харап ҡына булдым. Беренсе һаҡсы. (Мария эргәһенә килә). Ниңә илайһың, йүнһеҙ? Мария. Йүнһеҙ, йүнһеҙ, йүнһеҙ шул! Түктем. Харап ҡына иттем. Икенсе һаҡсы. (килә) . нимә түктең? Мария. Хужам ҡабаҡҡа ебәргәйне, "бер аяғың бында, икенсеһе унда булһын!" тигәйне. Беренсе һаҡсы оҙон муйынлы сүлмәктән кәрзинкәгә түгелгән нәмәне бармағы менән ялап ҡарай. Беренсе һаҡсы. Араҡы? Икенсе һаҡсы. Араҡы? Мария.Араҡы шул. Икенсе һаҡсы. Тулы инеме? Мария. Бик тулы түгел ине. Беренсе һаҡсы. (үрелеп ҡарай). Улайһа, сайпылған ғына бит. Мария. Сайпылды шул. Беренсе һаҡсы. (уйлап тора). Уның, ахмаҡ ҡыҙ, күберәк тә түгелеуе ихтимал ине бит. Мария. Ихтимал ине. Юҡ, ихтимал түгел ине. Икенсе һаҡсы. Ихтимал ине! Һин беләһеңме, беҙ беләбеҙме? Юғиһә күрәһеңме быны (йоҙроғон ҡыҙҙың танауына килтереп терәй). Мария. Ихтимал ине... Ихтимал ине...(Илай.) Беренсе һаҡсы.Егор, котелокты килтер әле, ана шул "ихтималын" ғына ҡойоп алайыҡ. (Тегеһе котолок килтерә, котелокты тотоп самалап тора.) Икенсе һаҡсы. Уның бит тағы ла күберәк түгелеүе ихтимал ине. Мария. Ихтимал түгел ине. Беренсе һаҡсы. Ихтимал ине, йыбытҡы!Бумала баш!(һелтәнә.) Мария. Ихти-их-ти, ихтимал ине. (илай.) Икенсе һаҡсы. Шул "ихтималын" да өҫтә, Кондратий! (Өҫтәй, самалап тора.) Беренсе һаҡсы.Ә сүлмәктең бөтөнләй түңкәрелеп китеүе ихтимал инеме, Егор? Мария.Оятһыҙҙар, әҙәм аҡтыҡтары! Талайҙар! Икенсе һаҡсы. (Марияның ауыҙын усы менән ҡаплай). Ихтимал ине. Бөтөнләй түңкәрелеүе ихтимал ине. Беренсе һаҡсы. Шул "ихтималына" ғына ҡалғас, ҡояйыҡ та бөтәйек. (Ҡойоп бөтөрә, ике һауытты ла тотоп тора.) Ғәҙел булдымы, Егор? Икенсе һаҡсы. Ғәҙел булды, ғәҙел, Кондратий! Беренсе һаҡсы. (буш сүлмәкте кәрзинкәгә һала). Ғәҙеллек бына шулай еңә лә... Сүлмәге лә ватылыу ихтимал ине бит әле. Бәхетең бар икән, арҡыры баш! Икенсе һаҡсы.( Марияны ысҡындыра). Батша һалдаттарына тел тейҙергән өсөн һин тинтәкте бик шәпләп һуҡтырырға ине лә, кешеләренә килеп ҡапманың. Үтә йыуаш, үтә рәхимле әҙәмдәр шул беҙ. Беренсе һаҡсы. Бар, хәҙер яйлап ҡына ҡайтып кит. Араҡыны түктем, тиң. Ошаҡлаһаң, бына күрәһеңме быны?Атып үлтерермен! (мылтығын күрһәтә.) Мария. (кәрзинкәһен ала, аҡрын ғына сыға башлай).Ҡараҡтар, эскеселәр,әтрәгәләмдәр, тфү. (Итәген аса биреп үсекләп, сығып йүгерә.) Икенсе һаҡсы. ниндәй тәртипһеҙ ҡыҙ! (Ҡарап ҡалалар.) Беренсе һаҡсы. Бынан һуң һиңә:"Күктән араҡы яуҙы", - тиһәләр, ышаныр инеңме? Икенсе һаҡсы. Валлаһи, ышанар инем. Беренсе һаҡсы.Хәҙер "ихтимал"дан ауыҙ иткәндә лә ярай саҡ ҡына... Икенсе һаҡсы. Иң тәүҙә суҡынайыҡ. Бәрәкәтлерәк булыр. (Котелокты алдарына ҡуйып суҡыналар.) Оҙаҡ ҡына һүҙһеҙ сәхнә дауам итә. Һаҡсылар алмаш- тилмәш котелок ситенән һемерәләр. Ашыҡмайҙар, сәбәләнмәйҙәр. Беренсе һаҡсы буш котелокты күтәрә. Беренсе һаҡсы.Ғәҙелме? Икенсе һаҡсы. Ғәҙел, ғәҙел... Беренсе һаҡсы. (иҫерә).Был донъяла бөтә хикмәт, беләһеңме нимәлә? - Ғәҙел бүлеүҙә. Ғәҙел бүлмәнеңме, бөттө- ыҙғыш, талаш, һуғыш китә. Икенсе һаҡсы. Знамо, китә. Беренсе һаҡсы. нимә өсөн Катька батша менән Пугач һуғышты? Бына һин әйт әле- ни өсөн? Икенсе һаҡсы. Нимә өсөн булһын, тәхет өсөн. Беренсе һаҡсы. Юҡ, брат. Ғәҙел бүлмәгән өсөн. Әйтәйек, ерҙе... (аяғын тупылдата.) бына ошо ерҙе. Икенсе һаҡсы. Ана шул ғәҙеллегең өсөн, эйеме, яратам да үҙеңде, Кондрашка! Ҡана берәй тамсы ҡалманымы? Һинең өсөн генә эсеп бирәйем.(Котелокты асып ҡарай.) Икеһе лә аяҡ үрә баҫа. Сайҡалып торалар. Икеһе ишектең ике яғына атлай. Беренсе һаҡсы. бына шулай... Бына шулай ғәҙел генә бүленеп, серем итеп алайыҡ... Икеһе лә ауа, йоҡлап китә. Мария кире инә. Иҫеректәргә һынап текләп ҡарай. Китә.Бер аҙҙан Илеш инә. Илеш (күккә ҡарап). О... Кәкре ай, ҡанлы хәнйәрҙәй, Ҡаҙалған күк күкрәгенә: Тирә-яҡҡа йондоҙ түгел, Сәселгән ҡан тамсылары. Беҙҙең тәнгә ҡаҙалған ул, Ҡандарыбыҙ шулай аға. Ҡанлы хәнйәрҙәй, кәкре ай- Фәжиғәле, хәтәр билдә: Тимәк, бөгөн йә дошманды, Йәки беҙҙе үлем көтә. Ох,Салауат! Әгәр һине Зинданыңдан ҡотҡара алһам, Йыйған ризыҡ, эскән һыуҙар, Уҙған юлдар, күргән көндәр Бары хәләл булыр ине. Әле ярһыу арғымаҡтар Эйәрҙәрен һалмағандар, Талмағандар ҡанаттары Дауыл үткән шоңҡарҙарҙың. Кәкре айҙай, ҡанлы хәнйәр Салауаттың күкрәгендә: Һаҡмар һыуҙан Таныпҡасаң Салауаттың ҡаны аға. Ул хәнйәрҙе алырмын мин Туғанымдың күкрәгенән. Байназар! Байназар менән Мария инә. Мария. Бында бары ике һаҡсы. Ана улар. Байназар. (хәнйәрен ала).Икеһенә ике һелтәү етә. Мария. (уның ҡулын тота).Улар иҫерек, үлеп йоҡлайҙар. Зарурһыҙ йән ҡыйма, Байназар. Байназар. Уларға йән тағы (ҡулын төшөрә). Мария. Арала ошо имән ишек кенә. Теге яҡта Салауат. Илеш. Бар, Мария, һин аттар янында тор. Күҙ-ҡолаҡ бул! Мария. Аттар бәйле. Байназар. Мария! Кит бынан, кит, һөйөклөм, үтенәмен... Мария. Йә, тәңреһе, рәхимеңдә бул! (Суҡына,сыға.) Илеш. Хоҙайға тапшырҙыҡ! ошо ишекте әгәр аса алмаһаҡ, икебеҙ ике яҡта мәңге ҡаласаҡбыҙ, Салауат. Беләһеңме, һин кем? Юҡ, белмәйһең. Һин пәйғәмбәр, ил иманы хәҙер, Салауат. Байназар. Асырбыҙ! (Тимер менән ишекте ҡайыра.) Илеш. Йөрәгем, йөрәгем өрөлә, Байназар! (Ишекте ҡайыра.) Байназар. Тағы бер ынтылыш! Бөтәһе лә килер зил-зәбәр! Икеһе яурындары менән ишекте этәрә. Шул саҡ ике кеше эйәртеп Баиш килеп сыға. Арттан ташланып, Илешкә хәнйәр ҡаҙай. Баиш. Бына һиңә! Ҡарауыл!Карауыл! Талайҙар" Үлтерәләр!! Тегенеһен, тегенеһен тотоғоҙ! байназар ике кеше менән хәнйәр һелтәп алыша. Береһен үлтерә, икенсеһе уға арттан сәнсә лә ҡаса.Байназар йығыла. Байназар. Мария! Ҡас,Мария! Был йәһәннәмдән ҡас, ҡәҙерлем (шыма). Баиш. Ҡана йөҙөңә төкөрөп, үсем ҡандарыйым, дошманә (Илеште әйләндерә, ҡото осоп, артҡа сигенә.) Илеш?! улым Илеш?? Илеш.Мин. Ниңә үлтерҙең мине, Баиш тархан? Ниңә үлтерҙең? Миңә бары егерме ике генә бит. ниңә үлтерҙең? Баиш.(сигенә).Юҡ,юҡ... Мин үлтермәнем... үлтермәнем...Йә хоҙай! Мин үлтермәнем!.. Илеш.Ә кем үлтерҙе? Баиш. Тәҡдир үлтерҙе. Күктәгенең ҡәһәре төштө! Юҡ, мин түгел, мин түгел! (Кире килеп,Илештең алдына теҙләнә.) Илеш. Күктәгенең ҡәһәре һиңә төштө, Баиш тархан. Улың ҡаны һинең ҡулдарыңда. Ул ҡан ана һинең йөҙөңә, күҙҙәреңә сәсрәгән!.. Күктәргә сәсрәгән ул ҡан! Һурып ал шул хәнйәреңде күктең кңкрәгенән... Баиш. Һаташып йән бирә... Ярраби! Кисер мине, улым. Ғәфү ит... Илеш. Мин үлгәнмен. Ә үлгәндәр ғәфү итмәйҙәр (йән бирә). Баиш. Йән бирҙе... Ә йөҙөндә һаман йәшәү нуры, әйтерһең дә, аҡшам яҡтыһы... (Оҙаҡ пауза.Аяҡ үрә баҫа.) ...Башҡорт тупрағының буласаҡ ханы! Дәрәжә өсөн хаҡты мул түләнең: Малдар түктең, тәкәбберлегеңде Үҙ аяғың менән үҙең тапап, Олторағы булдың хакимәнең. Ҡан ҡәрҙәштәреңде зар илатып, Аҫтың, киҫтең, күҙ ҙә йоммай һаттың. Балаң ҡаны менән ҡулың йыуҙың... Башҡорт алмағаның буласаҡ ханы!! Дәрәжә өсөн хаҡты мул тңләнең. Ни көтһә лә алда, сигенеү юҡ. Шик-шөбһәһеҙмин хан буласаҡмын. ...Дәрәжә өсөн иманыңды һуйҙың, Башҡорт тоҡомоноң буласаҡ ханы! Ә ниндәй хан бәрхәт келәм юлдан Тәхетенә килгән? Ниндәй хан? Өҫтән келәм булһа аҫта барыбер Әҙәм һөйәктәре түшәлгән. Ошо илдең ханы буласаҡмын. Барыһының барыһының хаҡын Сығарырмын, Үҙ ваҡыты еткәс... Баиш монологының һуңыраҡ Мария сыға.Уның ҡулында- ҡылыс. Мария. Хан! Баиш. (борола). Мин хан. Мария. (ҡылыс менән саба). Тәхетең ҡотло булһын, хан! Ут һүнә. Төш Салауат ябылған зиндандан. Батыр шул уҡ ҡиәфәттә ултыра. Икенсе бер мөйөштә тәхет тора. Унда Екатерина II ултыра. Башта ут Салауатты ғына яҡтырта. Екатерина II (ҡаранғынан). Шул кешене күрһәтегеҙ миңә, Имгәнмәгән көйө күрһәтегеҙ, Хәҙер үк. (ут төшә.) Салауат (сынйырҙарын сылтыратып, аҡрын ғына тәхеткә табан атлай). Һин дә бындамы ни, әбей батша? Уйланғайным:һинең тәхет бейек, Затлы һарайҙарҙың затлыһында, Яҡты биналарҙың яҡтыһында. Баҡһаң, зиндан икән торған йортоң. Шул зинданда үҙең иң баш тотҡон. Тәхет тигәнең дә тәхет түгел, Дарға менә торған баҫҡыс икән. Екатерина II Уятығыҙ шуны!! Һаташа ул... Салауат Тотҡон ғына түгел, хатта ҡол һин. Ҡолдар батшаһының ҡол булмауы Мөмкин түгел. Алтын тажың һалып Маңлайыңды күрһәт! Унда, шикһеҙ, Ҡоллоҡ мөһөрө баҫылғандыр. Күрһәт! Екатерина II Уятығыҙ! Мин ҡурҡам унан. Салауат (сынйырын сыңлатып ала). Мине аҫырға, тураҡларға, батша, Көс-хәлеңдән килә. Уятырға Ҡөҙрәтеңдән килмәй. Тырышма ла. Минең төштәремә һин баш түгел. Әйтер һүҙең булһа, төшөмдә әйт, Әйтмәҫ булһаң, китәм. Екатерина II Ҡал. Ҡурҡыуым үте. Һин барыбер Тере мәйет хәҙер, йәнһеҙ шәүлә. Ҡазаң да юҡ һинең, язаң да. Салауат Ялғанлайһың, башта, һин ҡурҡаһың, Ҡурҡасаҡһың беҙҙән. Ҡулыбыҙҙан Ҡорал төшкәс, беҙҙең рухтарыбыҙ, Өрәктәребеҙ һине эҙәрләр. Ете төн урталарында, яңғыҙ ҡалғас, Һинең йомшаҡ йылы түшәгеңә Һин саптырған беҙҙең ҡанлы баштар Берәм-берәм һикерепменәсәк тә Һинән яуап талап итәсәк. Барынан алда Пугач батшаның Хәтәр башы тәгәрәп киләсәк. Екатерина II. Пугач-батша түгел, илбаҫар ул! Салауат. Батша ине ул. О ниндәйерәк батша! Буйы-һыны, ҡиәфәте, аҡылы, Ғәҙеллеге, күҙендәге тылсым, Рухындағы иллаһи бер көсө- Бөтәһе лә батша затлы ине. Романов тип яратылмаһа ла, Хоҙай уны батша яратҡан... Юҡҡа һинең һарай-тәхетеңде Дер һелкетеп, тамырын ҡаҡшатырлыҡ Ҡөҙрәтте ул ҡайҙан алыр ине? Ҡайҙан алыр инек ҡеүәтте беҙ? Екатерина II. Бахыр ҡырағай, бер ҡатлы йән, сабый,- Тәхет ҡаҡшаттыҡ тип уйлайһыңмы? Хәйер, быны күптән фараз итер Хәҙер ҙә һәм килер заманда ла... Ә асылда минең тәхетемде Бары саҡ-саҡ ҡына һелкеткеләп Урынына ныҡлап ултырттығыҙ. Кәм тигәндә, Бер йөҙ йылға хәүеф уҙҙы хәҙер. Салауат. Үҙ-үҙеңде йыуатаһың, батша,- Хас эш түгел һинең дәрәжәңә. Екатерина II. Нығыттығыҙ! Тәхет тирәһендә Өйөр-өйөр йөрөгән аҡһөйәктәр, Төрлө ҡыҫыр хыялдарға бирелеп, Таж ҡәҙерен онота башлағайны. Пугач ҡылысы бер һелтәнеү менән, Бөтәһе ант биреп, иман уҡыны, "Ҡотҡар, хәкимә!"- тип ялбарып, Тәхет тирәһенә йәбештеләр. (Аяғы менән тәхет терәүҙәренә ҡағыла.) бына уларҙың арҡалары. Бына Баштары... Елкәләре... (Кемгәлер тибеп ала.) Әй, кемдәрегеҙ унда Ҡымшанмаҡсы итә? Шымығыҙ!! (Тәхеткә ныҡлыбыраҡ ултыра.) Бына шулай...Эстән серемәһә, тыштан уны һис кем ҡолата алмаҫ. Салауат Хәҡиҡәтең әгәр хаҡтан булһа- Ниндәй ҡәһәр! Беҙҙең түккән ҡандар, Тимәк, һиңә ғүмер өҫтәлгән?! Екатерина II. Ғүмер генә түгел, үлемһеҙлек... Салауат. Беҙҙең үлем һиңә үлемһеҙлек Биргән булып сыға. Шулаймы? Екатерина II. Эйе, шулай. Аңланыңмы хәҙер Бар эшеңде бушҡа ҡылынғанын, Бар өмөтөң зая булғанын? Салауат Ҡыуанырға ашыҡмай тор, батша. Екатерина II. Ә мин ашыҡмайса ҡыуанам. Салауат. Ул,хәкимә, бына нәмә:беҙҙең Үсле дарманыбыҙ ташып сыҡҡас, Һинең йәнең ус төбөңә етте- Беҙ дәһшитле ҡот осҡос көс икән- Ошо дөрөҫлөктә төшөндөк. Һәм үҙебеҙҙе танып белдек шулай. Иман камил. Хәҙер беҙ әжәлдең Күҙеңә тура ҡарап, был донъянан Ыңғайларға була тегеһенә. Выждан тыныс... Екатерина II. Выждан тыныс? Һинең выжданыңмы? Салауат Эйе, батша, минең выжданым. Екатерина II. Йылға-йылға аҡҡан башҡорт ҡаны Кем намыҫында? Салауат. Кем намыҫында? Екатерина II. Һинең яуыз намыҫында, һинең... Бауырыңа ҡара ҡан һауҙырып, Ғүмерең буйы ошо ғазап һинең Намыҫыңды талар. Салауат. Ҡылғаныңдың сауап, яҙыҡтарын Тәңре үлсәр, батша, һин түгел, Беләм, йөгөм ауыр минең. Ауыр йөгөм. Шуны күтәрергә әҙермен мин. Ә һин? Ә һин ни алаһың үҙең намыҫыңа? Әгәр намыҫың булһа... Екатерина II. Мин, балам тип, ҡылыс күтәрмәнем башлап, Ут һалам тип, саҡма саҡманым мин. Салауат. Ә кем мәжбүр итте беҙҙе? Кем һуң? Әллә тоҡтомалға ҡанға һыулап, Йәки үҙебеҙгә үлем теләп атҡа мендекме беҙ? Һиңә генә түгел, беҙгә лә бит, Хатта беҙгә лә бит йән ҡәҙерле. Екатерина II. кем һуң мәжбүр итте? Салауат. Йөрәккә үс һалдырған да һин булдың! Ҡулға ҡорал алдырған да һин булдың! Хәҙер һинән үҙем яуап алам, батша!!!- Бынан өс ййыл әүәл башҡорт хәлен Бәйнә-бәйнә һөйләп, ғәҙел хөкөм, Шәфҡәт ҡулың һорап, ҡағыҙ яҙҙым. Алғанһыңдыр. Екатерина II. Алдым. Салауат. Ниндәй яуап ҡайтарҙың һин миңә? Екатерина II. Ҡайтарманым. Салауат. Ҡайтарҙың һин. Яуап итеп ул саҡ Беҙҙе өркөтөргә, бөлдөрөргә, Яндырырға ғәскәр ебәрҙең һин, Ана шулай һуҙҙың шәфҡәт ҡулыңды... (Екатеринаның ҡулына, йөҙөнә, муйынына оҙаҡ ҡарап тора, төртөп күрһәтә.) Ошо нескә, матур аҡ ҡулыңды Һуҙҙыңмы һин беҙгә, әбей батша? Ҡарар күҙгә һин һис яуыҙ түгел, Хатта һөйкөмлө һин, мөләйем. Екатерина II. (Ҡатындврса ҡыланыбыраҡ). Улай текләп ҡарау әҙәпһеҙлек. Был бит һарай- ҡырағай дала түгел. Салауат. Матурлыҡтың хаҡы ҡайҙа ла бер: Йәки алтын, йәки ир башы. Екатерина II. Быны аңлау һине күтәрә... Әгәр яиан юлға тайпылмаһаң, Вәзир булып уҙаманһың икән. Салауат (Һаман текләп ҡарауында дауам итә). ...Ә муйының...муйындарың, батша, Аҡҡош муйыны һымаҡ ап-аҡ, зифа... Әгәр Пугач батша әмер бирһә. Екатерина II. Пугач- батша түгел! Салауат. Батша! Батша Пугач әгәр әмер бирһә, Һине аҫырға әмер бирһә миңә, Ҡулым бармаҫ ине, юҡ, хәкимә, Тотонорға баҙнат итмәҫ инем. Мин ул эште Баиш тигән мәғлүн, Һатлыҡ бер әҙәмгә ҡушыр инем- Һинең шундай шаҡшы бер ҡолоң бар... Был муйыныңа бысраҡ арҡан түгел, Ебәк еп һалырға бойорор инем- Матурлыҡтың хаҡын беләбеҙ беҙ... Екатерина II. (Әсе тауыш менән). Уятығыҙ уны. Язалаусы ҡайҙа? Уятығыҙ! Ут һүнә.Пауза. Салауат стенаға һөйәлеп, ойоп ултыра. Тышта тауыш. Тауыш. Уятығыҙ уны!! Беренсе һаҡсы. (зиндан ишеген асып инә). Әй, әй! Тор! Салауат. Нимә бар? Беренсе һаҡсы. Әллә ни юҡ улай. Уҙған төндө ана тегендә, тышҡы ишек төбөндә, башҡорттар бер-береһен һуйғандар. Салауат. Ниндәй башҡорттар? Беренсе һаҡсы.Белмәйем. Беҙ иҫереп йоҡлап ҡалғанбыҙ. Айыҡ булһаҡ, беҙҙе лә һуйырҙар ине. Ярай, хоҙай һаҡлаған. Әйҙә, йыйын. Салауат. Ҡайҙа? Беренсе һаҡсы. Белмәйем. Башта доғаңды ҡыл, унан кәпәсеңде кей. Салауат. Ҡайҙа алып баралар мине? Беренсе һаҡсы. Ҡайҙа булһын? Йә дар ағасына, йә киҫмәккә, йәки йыраҡ-йыраҡ ерҙәргә... Сыға башлайҙар. Ут һүнә.